Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ЮЛАЕВ, хоккей клубы

Просмотров: 4043

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, хоккей клубы. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1961 й. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубының хоккей командаһы булараҡ асыла, 1989 й. хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Клуб структураһына “С.Ю.” командаһы (Континенталь хоккей лигаһы), “Толпар” (Йәштәр хоккей лигаһы), “Ағиҙел” (Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы), Салауат Юлаев спорт мәктәбе инә. “С.Ю.” командаһы Өфө‑Арена универсаль спорт аренаһында, “Толпар”, “Ағиҙел” командалары һәм спорт мәктәбе Өфө спорт һарайында шөғөлләнә. “С.Ю.” — Рәсәй чемпионы (2008, 2011), Континент (2010), Гагарин (2011) һәм Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы (1994) кубоктарын яулаусы, Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2014), Милләт‑ара хоккей лигаһының (1995—96) һәм Рәсәй чемпионаттарының (1997, 2010, 2016, 2019) бронза призёры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Афиногенов, С.А.Бушмелёв, А.А.Василевский, А.Л.Василевский, И.Ф.Ғимаев, Д.В.Денисов, А.А.Емелин, А.С.Зубарев, И.А.Кравчук, Р.М.Мөфтиев, А.В.Семак, Б.М.Тимофеев, Р.Р.Хәйҙәров, А.В.Яханов һ.б. “С.Ю.” командаһы менән тренерҙар М.М.Азаматов, Р.Ғ.Ишмәтов, В.П.Каравдин, С.М.Михалёв, В.А.Никитин, С.А.Николаев, В.Н.Садомов, Ю.П.Субботин, Н.Л.Цулыгин, В.И.Штырков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. “С.Ю.” — Рәсәй Олимпия комитетының “Фэйр плей” (“Намыҫлы уйын”, 1997) призын яулаусы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023