Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САМБО, спорт төрө

Просмотров: 955

САМБО, ҡоралһыҙ һаҡланыу, спорт төрө, ҡара‑ҡаршы көрәш, көрәштәштәр төрлө милли көрәш алымдарын ҡуллана ала. Башҡортостанда С. 20 б. 60‑сы йй. уртаһында Өфөлә үҫеш ала. 60‑сы йй. аҙ. Күмертау, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, 70‑се йй. Дәүләкән, Мәләүез, Туймазы һ.б. ҡалаларҙа С. секциялары эшләй башлай. Октябрьскийҙа “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы (1975) һәм СССР профсоюздары физкультура‑спорт йәмғиәте (1983) чемпионаттары, үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге (2001), Стәрлетамаҡта — хәрби‑спорт клубтары араһында СССР беренселеге (1989), студенттар араһында Рәсәй чемпионаты (2005), ҡыҙҙар (2002) һәм үҫмер ҡыҙҙар (2004) араһында Рәсәй беренселектәре, Өфөлә — Рәсәй ЭЭМ‑ы чемпионаты (2009) уҙғарыла. Респ. С. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры В.А.Нестеров була (1968). Халыҡ‑ара ярыштарҙа В.З.Ғәлиев, Л.Ә.Ғәлиуллина, Т.Ф.Ғәлләмов, С.Р.Зарипова, О.Н.Коржавина, О.Л.Ляшенко, А.З.Садиҡов, В.М.Самсонов, А.И.Тарасов, А.Г.Яковлев һ.б. юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Донъя беренселеге еңеүселәре — Э.М.Әминева (1994), Ә.Я.Әлимғужина (2001), Л.Р.Сәләхүтдинова (2002) һәм Европа беренселеге еңеүселәре — С.А.Дьяченко (1993), Әлимғужина (2003), Сәләхүтдинова (2001). РСФСР чемп.: И.Б.Яруллин (1969), В.П.Семёнов (1971). Респ. “Геркулес” СДЮСШОР‑ында һәм СДЮСШОР‑ҙа (Стәрлетамаҡ) С. бүлектәре, ДЮСШ‑ла һәм балалар‑үҫмерҙәр физик тәрбиә биреү клубтарында 25‑тән ашыу бүлек эшләй, унда 6,5 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). 2002 й. башлап БР С. федерацияһы эшләп килә. С. м‑н тренерҙар Ю.В.Зубков, Р.Ғ.Зәлеев, В.А.Пегов, А.А.Рябов, П.В.Ульянов, Ю.Е.Филиппов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021