Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ПОРТ‑АРТУР”, халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй

Просмотров: 1223

“ПОРТ‑АРТУР”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Төрөкмән а. Ғиниәт Утарбаевтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Артабан Ю.И.Ғәйнетдинов, Ф.Х.Камаев, Р.С.Сөләймәнов тарафынан яҙып алына. Драматик характерҙағы йыр. Легенда б‑са, уны рус‑япон һуғышында (1904—05) Порт‑Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорттар ижад иткән. Йырҙа һуғыштың фажиғәле мәлдәре һәм рус армияһының Алыҫ Көнсығыштағы баш командующийы ген. А.Н.Куропаткиндың хыянаты т‑да хикәйәләнә. “П.‑А.” көйө алмашыныусан пентатоникаға ҡоролған. Йыр квадрат структуралы 2 периодтан торған 2 өлөшлө формалы. Көйөнә киң диапазон хас, 2‑се өлөшөндә регистрҙың аҡрынлап түбәнәйеүе күҙәтелә. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Р.Ғ.Бүләкәнов, Р.Р. Ҡарабулатов, И.М.Мирхәйҙәров. “П.‑А.” А.Т.Кәримов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. Көйө Ф.Ә.Ғәскәров, Х.Ә. Ишбирҙин, Р.М.Саттаров ҡуйған ш. уҡ исемле бейеүҙәрҙә ҡулланыла.

Әҙәб.: Ф о м е н к о в М.П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023