Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК

Просмотров: 1580

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ ПАРК. Өфөлә урынлашҡан (Зәки Вәлиди урамы, 34—40). Майҙаны – 7,15 га. 1867 й. Өфө губ‑ры С.П.Ушаков инициативаһы б‑са Собор майҙанында ойошторола, 1871 й. губ‑р хөрмәтенә Ушаков паркы тип атала, 1918 й. алып Азатлыҡ, 1930 йй. башынан Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы, 1944 й. башлап А.М.Матросов ис. парк, 1980 йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Тәүҙә парк терр‑яһында бильярд бүлмәһе, павильондар, түбәһе көплө эстрада, бейеү һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә; сүкеп яһалған суйын ҡапҡалар, “Парашют вышкаһы”, “Күҙәтеү ҡуласаһы” аттракциондары, бәүелсәктәр ҡуйыла; мәҙәни саралар үткәрелә, конькиҙа шыуыу ойошторола. Өфө губ‑ры Н.М.Богданович үлтерелгән урында 1904 й. Никольская‑на‑Крови часовняһы, 1910 йй. фонтандар, йәйге “Тыныслыҡ” (“Мир”) электротеатры, 1924 й. “Иҙел” к/т төҙөлә; 1951 й. А.М.Матросовҡа (скульпторы Л.Ю.Эйдлин, архитекторы А.П.Грибов; монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы), 2013 й. А.Ҡ.Мөбәрәковҡа (скульпторы В.А.Дворник) һәйкәлдәр ҡуйыла. Парктың даими планировкаһы бар; йүкә, шыршы, ҡарағай, ҡорос ағас, туя, балан, миләш, пирамидаль тирәк, саған ағастары үҫә, 4 альпинарий булдырылған. Парк терр‑яһында 1918 й. һәләк булған ҡыҙылгвардеецтарҙың туғандар ҡәберлеге (уға 1949 й. кирбес обелиск ҡуйыла, 1985 й. гранит мемориал м‑н алмаштырыла), М.Ғафури, А.С.Ермолаев, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин, А.М.Чеверёв ҡәберҙәре (тарих ҡомартҡылары) бар. Паркта йыл әйләнәһенә ял итергә мөмкин. Иҫтәлекле даталарға арналған төрлө мәҙәни саралар үткәрелә. Ландшафт ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Уфа: страницы истории. Уфа, 2006.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019