Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ

Просмотров: 1042

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. (Фурманов урамы, 7) урынлашҡан. Майҙаны – 8 га. 1961 й. ҡала баҡсаһы булараҡ ойошторола, 1974 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1974 й. — “Күҙәтеү ҡуласаһы”, “Ракета”, “Бәүелсәк”, 1977 й. “Ромашка”, “Елкәй” аттракциондары урынлаштырыла. 2000-се йй. паркты төҙөкләндереү (таш түшәлә, кәртәләр ҡуйыла һ.б.) һәм йәшелләндереү б‑са эштәр башҡарыла, 2006 й. “Вальс”, “Бамперлы кәмәләр”, “Осош-6”, “Ҡурҡыу мәмерйәһе” аттракциондары эшләй башлай. Парк терр‑яһында даими планировка, газон һәм сәскә түтәлдәре ултыртылған ағастар (ҡайын, ҡарама, имән, шыршы, саған, тирәк, миләш, ҡарағас һ.б.) м‑н аралаш ярашып килә. Парктың көнсығыш өлөшөндә сәскә түтәлдәре, балалар һәм волейбол майҙансыҡтары, “Орбита”, “Сюрприз”, “Светофор” һ.б. аттракциондар; көнбайышында – видеокинотеатр, “Күңелле тауар”, “Торнадо” һ.б. аттракциондар; көньяғында – “Роллер-ихата” спорт майҙансығы; төньяғында – сәскәлектәр, адм. бинаһы, оҫтахана; үҙәгендә фонтан (уға 4 яҡтан асфальтлы киң аллеялар илтә), атыу тиры, “Автодром”, “НЛО”, “Астронавт” аттракциондары һ.б. урынлашҡан. Паркта ҡаланың иҫтәлекле даталарына арналған төрлө киң мәҙәни саралар, “Бөтә ғаилә менән паркка”, “Һау бул, йәй!” исемле байрамдар үткәрелә; ҡыш конькиҙа шыуыу ойошторола. Парк Рәсәй парктар һәм аттракциондар етештереүселәр ассоциацияһы (2001 й. алып), Күңел асыу индустрияһы партнёрҙары һәм ассоциациялары союзы (2004 й. алып) ағзаһы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019