Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛТОРАЦКИЙ Пётр Алексеевич

Просмотров: 840

ПОЛТОРАЦКИЙ Пётр Алексеевич (24.1.1842, Тверь ҡ. — 3.7.1909, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1891). Дворяндарҙан. Паж корпусын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1860) Хәрби министрлыҡта, 1867 й. алып ЭЭМ‑да хеҙмәт итә. 1874 й. башлап Новгород вице‑губернаторы, 1882 й. — Архангельск, 1883 й. — Өфө губернаторы. 1883 й. ЭЭМ‑ға урындағы идараны үҙгәртеү (ҡайһы бер өйәҙ коллегияларын бөтөрөү, присутствие, комитет һәм советтарҙы дөйөм өйәҙ присутствиеһына берләштереү) т‑да тәҡдимдәр индерә. Һамар—Өфө т. юлын төҙөүгә, башҡ. ерҙәрен һатыуҙы сикләүгә, М.Солтановты Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө итеп һайлауға булышлыҡ итә. 1889 й. алып Ҡазан губернаторы, 1904 й. — Дәүләт советы ағзаһы. 2‑се (1894), 3‑сө (1879) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт (1900), 1‑се (1888), 2‑се (1876) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1885), 2‑се (1867), 3‑сө (1862) дәрәжә Изге Станислав орд., миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019