Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕБЕР ПРИКАЗЫ

Просмотров: 1155

СЕБЕР ПРИКАЗЫ, Рәсәйҙә үҙәк дәүләт учреждениеларҙың береһе. 1637 й. Себер м‑н идара итер өсөн ойошторола. С.п. приказ судьяһы етәкселек иткән, составында 2 ярҙамсы, дьяктар, подьячийҙар булған. Суд, таможня, һалым (ш. иҫ. яһаҡ) йыйыу эштәре м‑н шөғөлләнгән; Ҡытай, Монголия һәм Урта Азия ханлыҡтары м‑н дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырған. С.п. ҡарамағында төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттар булған. 1710 й. башында С.п. бөтөрөлә, Себер м‑н дөйөм етәкселек итеү Сенатҡа тапшырыла. 1730 й. Сенаттың ген.-прокуроры (1734 й. алып С.п. прокуроры вазифаһы булдырыла) етәкселегендә тергеҙелә. 18 б. С.п. урындағы хакимиәт эшмәкәрлеген күҙәтеү, ҡаҙна йыйымдары, ҡиммәтле тире йыйыу кәсебе м‑н шөғөлләнә. 1763 й. С.п. тулыһынса бөтөрөлә, уның функциялары айырым кабинетҡа һәм төрлө коллегияларға бирелә.

Әҙәб.: Л е о н т ь е в А.К. Образование приказной системы управления в Русском государстве. М., 1961.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019