Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1225

ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуаттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 3 б. — б.э. 2 б. ҡарай, иртә (б.э.т. 2 б. аҙ. — б.э.т. 1 б.; Көшөл ҡәберлеге, Юлдаш ҡәберлеге) һәм һуң (б.э. 2—3 бб.; Серёнькин ҡаласығы, Кәкрекүл ҡаласығы, Камышинка ҡаласыҡтары) осорҙарға бүленә. ТР‑ҙың Пьяный Бор а. (хәҙ. Красный Бор) исеме б‑са аталған. Башҡортостанда П.Б.м. 96 ҡомарт__ ҡыһы (26 ҡаласыҡ, 49 тораҡ һәм 21 ҡәберлек) асылған, улар Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) урта ағымы буйында урынлашҡан. П.Б.м. ҡаласыҡтары йылғаларҙың һыу баҫмай торған киртләстәрендә урынлашҡан, ур һәм соҡорҙар м‑н нығытылған. Майҙаны 40—60 м2 булған 1—2 усаҡлы ер өҫтөндәге тура мөйөшлө бүрәнә ҡаралтылар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика ауыҙ тирәләре соҡорло биҙәк, һирәкләп һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө, туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Мәйеттәр салҡан һалып, ҡайһы ваҡытта ҡабыҡҡа төрөп ерләнгән. Ирҙәр ҡәберендә ҡорал (баштары тура һәм балдаҡ рәүешендәге тимер ҡылыстар, бысаҡ, һөңгө осо, һаҙаҡ элмәге, тимер, һөйәк һәм бронза уҡ башаҡтары, ҡылыс һәм хәнйәр ҡындарына бронза пластинкалар), эйәр‑өпсөн (тимер, ҡайыш, һөйәк һәм мөгөҙ ауыҙлыҡтар), эш ҡоралдары (тимер бысаҡ, цилиндр һәм овал формаһындағы орсоҡбаштар, һөйәк тишкес, ҡалаҡ, тимер беҙ, бронза ҡармаҡ һәм таш иген онтағыстар), бронза тәңкәләр һәм һөйәк ҡаптырмалар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, ҡатын‑ҡыҙҙ ыҡында — биҙәүестәр (тимер, бронза һәм күн беләҙектәр, бронза муйын ҡулсаһы, муйын сулпыһы, япраҡ, элмәк, һорау билдәһе рәүешендәге сикә сулпылары, быяла, ҡара гәрәбә, Мысыр фаянсынан эшләнгән муйынсаҡтар, айыл, фибулалар, семәрле, хайуан һыны рәүешендәге сулпылар, муйынсаҡ бөртөктәре, йөҙөктәр), кейем биҙәүестәре (бронза һәм һөйәк ҡаптырмалар, тимер һәм бронза айылдар, бил ҡайышы өсөн тәңкәләр) табылған. П.Б.м. халҡы Түб. Кама буйындағы Ананьин мәҙәниәте һәм Ағиҙел й. түбәнге ағымында йәшәгән Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Фин‑уғыр ҡәбиләләре П.Б.м. вәкилдәре була. Һунарсылыҡ, малсылыҡ, ерҙе тәпкеләп эшкәртеү ҡулланылған игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. П.Б.м. ҡәбиләләренең бер өлөшө көнбайышҡа күсеп киткән, ҡалғандары Мазунин мәҙәниәтен барлыҡҡа килтергән компоненттарҙың береһе булған. Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡандар. П.Б.м. өйрәнеүселәр: Б.Б.Агеев, В.Ф.Генинг, Р.Д.Голдина, А.А.Спицын һ.б.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019