Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЯТИМАР

Просмотров: 1144

ПЯТИМАР, б.э.т. 5—4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Соль‑Илецк р‑ны Кумакское а. көньяҡ‑көнсығышта Илек й. һул ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. К.Ф.Смирнов тарафынан 1956 й. асыла һәм 1960 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 20— 60 м, бейеклеге 0,5—5 м) ҡарай. 25 ҡурған табылған, 9‑ы өйрәнелгән. Ҡәберҙәрҙең төп өлөшө Савромат мәҙәниәтенә, 2 ҡурған һуң бронза быуатына ҡарай. Ерләү ҡоролмалары бағана конструкциялы ҙур ағас ҡәбер өҫтө ҡаралтыларынан, катакомбаларҙан, эс яҡтан көпләнгән ҡәберҙәрҙән тора. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н башлыса көнбайышҡа йәки көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡурған өйөмдәрендә элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған, мәрхүмде иҫкә алыу мәжлесе ҡалдыҡтары табылған. Керамика вертикаль һырҙар, ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән, әүәләп эшләнгән яҫы төплө балсыҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙә ҡорал (өс ҡырлы бронза һәм оңғоло тимер уҡ башағы, тимер һәм бронза бысаҡ, тимер һөңгө, һабы ураҡ һәм тырнаҡ формаһында эшләнгән оҙон ҡылыс, күн һәм туҙ һаҙаҡтар), эйәр‑өпсөн (тимер ауыҙлыҡ, йүгәндең бронза өлөштәре), биҙәүестәр (алтын һырға, айыл, быяла муйынсаҡ, бронза беләҙектәр), ш. иҫ. һөҙөшкән ике дөйә рәүешендә ҡойолған бронза айыл һәм йәнлек стилендә һырлап хайуандар һүрәте төшөрөлгән мөгөҙ пластина, көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгө, балсыҡ орсоҡбаш, ағас һауыттың алтын ҡапламаһы, Финикия быялаһынан эшләнгән һауыт, көмөш туҫтаҡ һыныҡтары), хайуан һөйәктәре табылған. Коллектив ҡәбер асыҡланған, унда ғаиләһе м‑н ҡәбилә башлығы, хәрби кейемдәре һәм ҡоралдары м‑н 2 яугир, 5 эйәрле ат ерләнгән, тип фараз ителә; уникаль бронза суҡмар табылған. Ҡомартҡы Савромат мәҙәниәте ҡәбиләләренең мәҙәниәтен һәм уларҙың Көньяҡ Уралға күсеп килеү процесын сағылдыра.

Н.Л.Моргунова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019