Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРЕКОП УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 880

ПЕРЕКОП УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. июлендә Харьков хәрби округында 300‑сө уҡсылар див. булараҡ ойошторола, 1943 й. апр. алып 87‑се гвардия уҡсылар див., 1947 й. — уҡсылар бригадаһы. Див. составына 1049‑сы, 1051‑се, 1053‑сө уҡсылар һәм 822‑се артиллерия полктары, 591‑се сапёр, 756‑сы элемтә һәм 355‑се айырым разведка батальондары ҡарай. Көньяҡ‑Көнбайыш фронттың 38‑се армияһына, 1942 й. авг. башлап Көньяҡ Урал хәрби округына (БАССР‑ҙың Ҡандра р‑нында яңынан ойошторола), нояб. — Сталинград фронтының 51‑се армияһына, дек. — 5‑се удар, 1943 й. ғин. — 2‑се гвардия армияһына, 1944 й. апр. — 4‑се Украина фронтына, июндән — 1‑се Балтик буйы фронтының 51‑се армияһына, 1945 й. ғин. — 39‑сы, апр. — 43‑сө армияһына ингән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941 й. Харьков һаҡланыу операцияһында, 1942—43 йй. Сталинград һуғышында, Донбасс, Мелитополь, 1944 й. Ҡырым, Смоленск, Полоцк, Шяуляй, 1945 й. Кёнигсберг операцияларында ҡатнаша. 1949 й. окт. таратыла. Почётлы “Перекоп” исеменә лайыҡ була (1944). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 2‑се дәрәжә Суворов (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Див. 9720 яугиры орден һәм миҙалдар м‑н бүләкләнгән, 10 кешегә, ш. иҫ. И.М.Бережнойға, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Див. ком.: полковниктар П.И.Кузнецов (1941), С.П.Меркулов (1941 й. алып), И.М. Афонин (1942 й. алып), К.Я.Тымчик (1943—1945; 1944 й. нояб. алып ген.‑майор).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019