Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛЬША ПОХОДЫ (1771—73)

Просмотров: 1111

ПОЛЬША ПОХОДЫ (1771—73), Речь Посполитаяла Барск конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашҡан башҡ. ғәскәре экспедицияһы. Башында старшиналар торған 10 башҡ. командаһы (3111 кеше) көсө м‑н атҡарылған. 1771 й. 18 дек. Өфөнән тәүге төркөм, 1772 й. 4 ғин. һуңғыһы сығып китә. Ғәскәр ген.‑поручик А.И.Бибиков етәкс. Польша экспедиция корпусы составына ингән. Апр.— авг. ген.‑майор А.А.Урусов етәкс. башҡ. ғәскәре Краков ҡ. янында һуғыша. Командалар конфедераттарҙың тарҡау отрядтарының берләшеүенә һәм ҙур һуғыш хәрәкәттәре барған Вильно һәм Краков ҡҡ. янына үтеүенә ҡаршы тора. 25 авг. Хәрби коллегия указы б‑са 2 мең башҡорт Өфөгә әйләнеп ҡайта, 4‑се, 8‑се һәм 9‑сы командалар 1773 й. сент. тиклем йәмәғәт тәртибен күҙәтеү өсөн Польшала ҡала. Башҡ. командаһы 300‑гә яҡын кешеһен юғалта. Походта ҡатнашҡан өсөн Ҡолой Балтасов — көмөш һаплы ҡылыс һәм аҡса, Юлай Аҙналин — бәләкәй ғәскәр байрағы, писарь Әптек Саптаров ҡылыс м‑н бүләкләнә. Команда ком.: 1‑се — Рахманғол Иртуғанов, 2‑се — Өмәтәй Ураҙымбәтов, 3‑сө — Миңлекәй Әбделғәзизов, 4‑се —Ҡәйеп Ейәнбәтов, 5‑се — Ишкенә Айысов, 6‑сы — Юлай Аҙналин, 7‑се — Муса Мөслимов, 8‑се — Иҫәкәй Садиров, 9‑сы — Зөбәйер Йосопов, 10‑сы — Ҡаскын Һамаров. Башҡ. ғәскәренең баш старшинаһы Ҡолой Балтасов була.

Әҙәб.: Башкирское войско в Польском походе (1771—1773): сб. док. Уфа, 2009.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: