ПОНОМАРЁВ Павел Иванович
ПОНОМАРЁВ Павел Иванович [15.12.1903, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Көршәк а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 27.10.1944, Литва ССР‑ының Гришкабудис ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1942). Иглин районының В.И.Чапаев исемендәге колхозында, 1932 й. алып Златоуст ҡ. предприятиелары һәм учреждениеларында эшләй. 1941 й. авгусынан башлап Калинин, Көнбайыш һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се армия 371‑се уҡсылар дивизияһы 1233‑сө уҡсылар полкының артиллерия начальнигы капитан П. 1944 й. 17—18 июлендә Литва ССР‑ының Дарсунишкие ҡасабаһы янында Неман й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1942), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Герой исеме менән Иглин районының Көршәк, Иглин аа. һәм Силәбе ҡ. урамдар, шул уҡ райондың Сыуаш‑Ҡобау а. мәктәп аталған; Иглин һәм Сыуаш‑ҡобау аа. уға бюст, Силәбе ҡ. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин