Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПСЫЛАР АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКТАРЫ

Просмотров: 674

ТУПСЫЛАР АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКТАРЫ, 1942 й. февр.—майында Дәүләт оборона ком‑ты ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк станцияһында айырым 1097‑се һәм 1098‑се Т.а.п. булараҡ ойошторола. Һәр полк 3 батареянан һәм махсус подразделениеларҙан торған. Май—июндә полктар Юғары баш командование резервында булған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1942 й. Мәскәүҙе обороналауҙа (1097‑се Т.а.п.), 1943 й. — Смоленск һәм Духовщина-Демидов операцияларында (1098‑се), 1943—44 йй. Ленинградты обороналауҙа (1097‑се) ҡатнашҡан. 1945 й. таратыла. 1097‑се Т.а.п. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944). 1097‑се Т.а.п. ком. — майор А.С. Быченко (1942—?).

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019