Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович

Просмотров: 1351

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович [18.10.1915, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Отрада а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 10.2.1945, Германияның Бранденбург провинцияһы, Щецин ҡ. (Польша) күсереп ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полк мәктәбен тамамлаған. Отрада а. зоотехник булып эшләгән. 1935—37 йй., 1939—40 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июненән Үҙәк, Брянск, 1‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 47‑се армия 143‑сө уҡсылар дивизияһы 487‑се уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы командиры лейтенант Р. 1945 й. 15 ғинуарында Легвоново ҡ. (Польша) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). Әлшәй районы Раевка а. Р. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: