РУС АРМИЯҺЫ
РУС АРМИЯҺЫ, 1918—20 йй. Юғары хаким адмирал А.В.Колчактың ҡораллы көстәре. Нояб. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең ҡораллы көстәренән ойошторолған. Р.а. составына Ырымбур армияһы, Себер армияһы, Урал армияһы (бөтәһе лә — 1918 й. дек. алып), Көнбайыш армия (1919 й. ғин. алып), Төньяҡ фронт (1919 й. майы — 1920 й. февр.), Көньяҡ Рәсәй Ҡораллы көстәре (1919 й. июненән), Төньяҡ-Көнбайыш (1919 й. июнь— дек.), Көнсығыш фронттар (1919 й. июленән), Айырым Себер казак корпусы һәм Етеһыу армияһы (икеһе лә — 1919 й. окт. алып) ингән. Волга буйында, Урта Азияла һәм Уралда РККА‑ның Беренсе армияһы, Икенсе армияһы, 3‑сө, 4‑се, Бишенсе армиялары, Көнсығыш фронттың Төркөстан армияһына ҡаршы һуғышҡан. 1919 й. март—апр. һөжүмгә күсә, һөҙөмтәлә Аҡтүбә, Боғорослан, Бөгөлмә, Бөрө, Бәләбәй, Орск, Өфө, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалалар яулап алынған. Май—июндә Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме ваҡытында Урал аръяғына сигенгән. Июлдә Силәбе операцияһы һөҙөмтәһендә еңелеп, Урал аръяғына һәм артабанСебергә сигенгән. 1920 й. ғин. Р.а. составында Көньяҡ Рәсәй Ҡораллы көстәре (командующийы ген.‑лейт. А.И.Деникин) м‑н бер рәттән Рәсәйҙең Көнсығыш өлөшө Ҡораллы көстәре (ген.‑лейт. Г.М.Семёнов) бүленгән.
Р.С.Таймаҫов
Тәрж. М.Х.Хужин