Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы

Просмотров: 1156

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө ҡ.), лётчик, генерал‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1977), Ю.А.Гагарин исемендәге Хәрби‑һауа академияһын (Мәскәү өлкәһе Монино ҡсб, 1988) тамамлаған. 1973 й. алып Совет армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Герой исеменә 58‑се дөйөм ғәскәри армияның авиация начальнигы полковник С. Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 2002 й. башлап Ленинград хәрби округының авиация начальнигы, 2003 й. — Хәрби‑һауа көстәре һәм Һауа оборонаһының 6‑сы армияһының авиация начальнигы, авиация буйынса командующий урынбаҫары. 2007 й. алып запаста. 2008 й. мартынан БР‑ҙың Санкт‑Петербург ҡ. вәкиле, 2014 й. башлап Көнбайыш хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының хәрби советнигы (Санкт‑Петербург ҡ.). Ҡыҙыл Йондоҙ (1984), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1991), Батырлыҡ (1999) ордендары менән бүләкләнгән. С. исеме Өфө ҡ. 15-се белем биреү үҙәгенә бирелгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Е.А.Смирнов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023