Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУТИН Владимир Владимирович

Просмотров: 2258

ПУТИН Владимир Владимирович (7.10.1952, Ленинград), дәүләт эшмәкәре, РФ Президенты. Иҡт. ф. канд. (1997). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) дәүләт именлеге органдарында эшләй. 1990 й. алып ЛДУ ректорының халыҡ-ара мәсьәләләр б‑а ярҙамсыһы, Ленинград ҡала советы рәйесе советнигы. 1991 й. башлап С.‑Петербург ҡала хакимиәтенең Тышҡы бәйләнештәр ком‑ты рәйесе, бер үк ваҡытта 1994 й. алып С.‑Петербург Хөкүмәте рәйесенең 1‑се урынбаҫары. 1996 й. башлап РФ Президенты эштәре идарасыһы урынбаҫары, 1997 й. — РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары — РФ Президентының Баш контроль идаралығы нач., 1998 й. — РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең 1‑се урынбаҫары. 1998 й. июленән РФ‑тың Федераль именлек хеҙмәте дир., бер үк ваҡытта 1999 й. мартынан РФ Именлек советы секретары. 1999 й. авг. башлап РФ Хөкүмәте Рәйесе, дек. — РФ Президенты вазифаһын башҡарыусы, 2000—08 йй. һәм 2012 й. алып РФ Президенты. 2008—12 йй. РФ Хөкүмәте Рәйесе. “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе (2008 — 12 йй.). 2000 й. 22 мартында БР‑ға рәсми визиты ваҡытында — ӨМЭПБ‑ға, 2001 й. 10 июнендә — Өфө р‑нының Алексеевка а. Спас Нерукотворный ҡорамына, “Ләлә-Тюльпан” мәсетенә (Никон II, Т.С.Тажетдин м‑н осраша), 2003 й. 4 ғин. — ӨДНТУ‑ға, “Каруанһарай”ға; 2002 й. 8 июлендә Өфөнөң Көньяҡ зыяратына Германиялағы авиаһәләкәт ҡорбандары ҡәберенә (ҡара: Техноген һәләкәттәр) бара. 2007 й. 11 окт. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләүҙә була, РФ Дәүләт советының күсмә ултырышы (Өфө) эшенә етәкселек итә. 2010 й. 8 февр. Өфөлә РФ субъекттарында мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә арналған Төбәк үҫеше мәсьәләләре б‑са хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрә. 2015 й. 9—10 июлендә БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәлек ойошмаһы саммиттары  эшендә ҡатнаша. 2018 й. 24 ғин. Өфөлә ӨМЭПБ продукцияһы м‑н таныша, оборона‑сәнәғәт комплексын киңәйтеү б‑са кәңәшмә үткәрә, Р.З.Хәмитов һәм Тажетдин м‑н осраша, Беренсе йәмиғ мәсетендә була.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019