Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Валерий Александрович

Просмотров: 675

ПОПОВ Валерий Александрович (4.12.1942, Тамбов өлк. Печаево а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ ҡ. урта мәктәптәрендә уҡыта. 1982 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында эшләй: 1988 й. башлап дөйөм тарих каф. мөдире, 1993 й. — тарих ф‑ты деканы, 1998 й. — Ватан тарихы һәм тарихты уҡытыу методикаһы каф. мөдире; 1980—81 йй. һәм 1999—2012 йй. ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (2000—04 йй. гуманитар фәндәр каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге юғары мәктәп, химия пр‑тиеларының, нефтехимия һәм машиналар эшләү комплексының аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш тарихына арналған. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Стерлитамакский филиал УГНТУ. 1962—2002 гг.: очерк истории. Уфа, 2002.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019