Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ-АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1368

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ‑АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, тарих һәм архив эше үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Р.т.‑а.й. Башҡ‑н респ. бүлексәһе 2000 й. дек. ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Составында 40 беренсел ойошма, 240 ағза бар (2014). Генеалогия, хәрби‑тарихи, сығанаҡтар өйрәнеү һәм документтар алып барыу, тарих‑архив эҙләнеүҙәрендә мәғлүмәт технологиялары, төрки археография секцияларынан тора. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: БР‑ҙа тарих‑архив эшмәкәрлеген, РФ архивсылары м‑н бәйләнештәрҙе үҫтереү һ.б. Эшенең төп формалары: семинарҙар, конференциялар үткәреү, күргәҙмәләр, презентациялар ойоштороу һ.б. 2001 й. алып БР ФА, ТТӘИ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Архив эштәре идаралығы һ.б. м‑н берлектә йыл һайын “Көньяҡ Урал археографияһы” (“Археография Южного Урала”) Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы үткәрелә (ҡара: Археография). Йәмғиәт ярҙамында “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар” (6‑сы т.), “Башҡорт АССР‑ының торама пункттары исемлеге. 1926 й.” (“Список населённых пунктов Башкирской АССР. 1926 г.”; икеһе лә — 2003), “Өфө губернаһының административ ҡоролошо тарихы” (“История административного устройства Уфимской губернии”; 2004), “Башҡортостандың 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә индергән өлөшө. Документтар һәм материалдар йыйынтығы” (“Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов”; 2012), “Башҡортостан Беренсе донъя һуғышы йылдарында: 1914—1918” (“Башкирия в годы Первой мировой войны: 1914—1918”; 2014) һ.б. китаптарҙың презентацияһы уҙа. Етәксе органы — идара. Рәйесе — А.Б.Юнысова (2000 й. алып).

И.Ғ.Әсфәндиәрова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: