Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЯПОВ Тимер Шәймөхәмәт улы

Просмотров: 1531

САЯПОВ Тимер Шәймөхәмәт улы [31.3.1914, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас районы) — 17.7.2011, Өфө ҡ.], тарихсы, совет партия-дәүләт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Журналистар союзы ағзаһы (1965). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын (1936), ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү ҡ., 1944) тамамлаған. 1937 й. алып Өфө металлургия эшселәре факультеты уҡытыусыһы, 1939 й. — ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала комитеты секретары, 1940 й. — ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, бер үк ваҡытта 1940—42 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге радиокомитет рәйесе, 1944 й. ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты 2‑се, 1944 й. декабренән — 1‑се секретары, 1951 й. — КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты бүлеге мөдире, 1956 й. — ТТӘИ‑нең ғилми секретары. 1957 й. башлап “Башнефть” берекмәһендә, 1960—63 йй. БАССР ХХС‑ында эшләй, 1964—75 йй. БАССР МС‑ының Нәшриәт, полиграфия һәм китап менән сауҙа итеү эштәре буйынса идаралығы начальнигы, 1979— 88 йй. Башҡортостан комсомолы тарихы музейы хеҙмәткәре (Өфө ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан комсомолы тарихына арналған. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары (1987—96). БАССР ЮС‑ының 2—4‑се, 7‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән (1949, 1971).

   Хеҙм.: Ленинский комсомол Башкирии: ист. очерк. Уфа, 1978.

Р.С.Әйүпов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Р.С.Әйүпов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022