Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОМРЯСКИН, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл

Просмотров: 714

ПОМРЯСКИН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айгөл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1892 кеше; 1920 — 1612; 1939 — 1495; 1959 — 684; 1989 — 204; 2002 — 238; 2010 — 295 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Сиркәү бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә княгиня Голицынаның алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1850 й. алып билдәле. 1870 й. Голицынанан һатып алған ерҙәрҙә күскенсе крәҫтиән расколсылары урынлаша. Шулай уҡ Михайловка, Убежище исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 64 йортта 514 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, мәктәп, 4 һыу тирмәне, тимерлек, 3 ат ярма ярғысы, 2 май һығыу оҫтаханаһы, шарап һәм 2 һыра кибете булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, земство мәктәбе, 6 май һығыу оҫтаханаһы, 2 бакалея кибете, 3 ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. А.Г.Свинухов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019