Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОНОМАРЁВКА, ауыл, Бөрө ҡ. составында

Просмотров: 594

ПОНОМАРЁВКА, К у л и г а, ауыл, 2004 й. алып Бөрө ҡ. составында. Бөрө ҡ. К. 2 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 902 кеше; 1920 – 987; 1939 – 1456; 1959 – 1098; 1989 – 936; 2002 – 1651; 2010 – 1852 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Кирбес з‑ды, инкубатор‑ҡошсолоҡ ст. урынлашҡан; балалар баҡсаһы бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 117 йортта 708 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан; часовня, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тире эшкәртеү з‑ды, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 2004 й. ҡарай Бөрө р‑нының Пономарёвка а/с үҙәге булған. Ю.П.Пегишев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: