Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге

Просмотров: 927

 ПЯТИЛЕТКА, Н а д е ж д и н, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 45 км һәм Көҙәй т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 470 кеше; 1939 — 1003; 1959 — 563; 1989 — 238; 2002 — 232; 2010 — 210 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә Надеждин утарҙары булараҡ белорустар нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Надеждин утарҙары исеме м‑н теркәлгән. 50‑се йй. башынан Пятилетка ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019