Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВОЗРОЖДЕНИЕ” поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге

Просмотров: 955

“ВОЗРОЖДЕНИЕ” Башҡортостан Республикаһының поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге, поляктарҙың рухи мәҙәниәтен үҫтереү, поляк телен, Польша тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында булдырылған төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1997 й. БР‑ҙың Поляк мәҙәни‑ағартыу үҙәге булараҡ ойошторола, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә. “Рәсәйҙә поляктар конгресы” (“Конгресс поляков в России”) федераль поляк милли‑мәҙәни автономияһы, БР‑ҙың Халыҡтар ассамблеяһы ағзаһы. Төп эш формалары: БР‑ҙа Поляк мәҙәниәте көндәрен (1997 й. алып), халыҡ байрамдарын (“Дожинки”, “Запусты” һ.б.), конф. (“Поляк-рәсәй-башҡорт мәҙәни бәйләнештәре: үткәндәр һәм хәҙерге заман”, 2002; “Башҡортостанда Полоника: тәжрибә, проблемалар, перспективалар”, 2004; “Полоника: телдән — мәҙәниәткә”, 2006; “Рәсәй—Польша: полоника этномәҙәни киңлектә”, 2007; бөтәһе лә — Өфө) үткәреү, БР студенттарының Польша вуздарында, мәктәп уҡыусыларының С.‑Петербург Поляк теле һәм мәҙәниәте йәйге мәктәбендә уҡыуын ойоштороу һ.б. Үҙәк булышлығы м‑н А.П.Пенькевич ис. Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе асыла (1999); 21‑се лицейҙа поляк телен туған тел булараҡ өйрәнеү индерелә (Өфө, 2000 й. алып); БДУ‑ла поляк шағирҙарының шиғыр йыйынтыҡтары урыҫ теленә тәржемәһе м‑н баҫтырып сығарыла: “Инеш: урыҫсанан — поляксаға” (“Прелюдия: с русского — на польский”; 1997), “Поляк йондоҙҙары” (“Польские звезды”; 2002), “Поляк һүҙе” (“Польское слово”; 2006), “Славян шағирҙарының диалогы” (“Диалог славянских поэтов”; 2007) һ.б. 2002 й. алып урыҫ һәм поляк телдәрендә “Поляки Башкортостана” (“Башҡортостан поляктары”) гәз. нәшер ителә. “В.” эргәһендә йәштәр полоник хәрәкәте һәм “Каролинки” фольклор төркөмө эшләй. Үҙәк м‑н В.А.Стрижевский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Л а т ы п о в а В.В. Поляки на Южном Урале (XVII — начало XX века). Очерки историко‑культурного наследия. Уфа, 2010.

 М.О.Садиҡова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019