Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЯТС Константин

Просмотров: 937

ПЯТС Константин (11.2.1874, Лифляндия губ. Перновск өйәҙе Тахкуранна улусы — 18.1.1956, Калинин өлк., 1990 й. Таллинға күсереп ерләнгән), дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр. Юрьев ун‑тын тамамлаған (1898). 1918—19 йй. Эстон Республикаһының Ваҡытлы хөкүмәте премьер‑министры, 1921 й. алып дәүләт старейшинаһы, 1934 й. хәрби түңкәрелештән һуң дәүләт башлығы хоҡуҡтары булған премьер‑министр. 1937 й. башлап Дәүләт протекторы, 1938—40 йй. Эстон Республикаһы Президенты. 1940 й. июлендә Эстонияға совет ғәскәрҙәре индерелгәндән һуң ғаиләһе м‑н Өфөгә һөрөлә. 1941 й. июнендә төрмәгә ябыла. 1954—56 йй. махсус дауаханала була (Калинин ҡ. янында). Өфөлә П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019