Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРМЬ БАШҠОРТТАРЫ

Просмотров: 1489

ПЕРМЬ БАШҠОРТТАРЫ, башҡорттарҙың этник төркөмө. Пермь ҡ. (9,5 мең кеше), ш. уҡ Пермь крайының Барҙы (16,6 мең), Чернушка (3,5 мең), Көйәҙе (1,9 мең), Пермь (1,4 мең), Уҫы (1,4 мең) һ.б. р‑нда‑__рында йәшәйҙәр (2002 й. мәғлүмәттәр б‑са). 1989 й. Пермь өлк. 52,3 мең, 2010 й. Пермь крайында 32,7 мең башҡорт йәшәгән. П.б. һөйләү теле башҡ. теленең төньяҡ‑көнбайыш диалектындағы ғәйнә һөйләшенә ҡарай. Диндарҙары — мосолман‑сөнниҙәр (ҡара: Сөнниселек). П.б. формалашыу нигеҙен төньяҡ‑көнбайыш этнографик төркөмгә ҡараған ғәйнә ҡәбиләһе тәшкил иткән. Ирҙәрҙең күбеһе — понтий, ҡатын‑ҡыҙ сығышы м‑н көньяҡтан булған субурал антропологик типтарына ҡарай. 12—13 бб. ғәйнә ҡәбиләһе башҡорттары Тере Танып й. түбәнге ағымында һәм тамағында йәшәгән, 13—14 бб. төньяҡҡа күскәндәр һәм Тулва й. басс. (Кама й. ҡушылдығы), Сылва й. (Кама й. басс.) һул яры буйлап урынлашҡан. 13 б. башлап П.б. ерҙәре — Алтын Урҙа, 15 б. — Ҡазан ханлығы һәм Нуғай Урҙаһы составына ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, П.б. төп өлөшө аҫаба ерҙәренең (ҡара: Аҫабалыҡ, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) сиктәре юридик яҡтан нығытылған жалованный грамоталар алған. 16—17 бб. П.б. ерҙәре Өфө өйәҙенә (Уҫы даруғаһы), 18 б. алып Ырымбур губернаһына һәм Пермь губернаһына ҡараған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, П.б. Пермь губ. 1‑се башҡ. кантоны (Уҫы өйәҙе) составына ингән. 1865 й. П.б. ерҙәренең төп өлөшө Пермь губ. Уҫы өйәҙендәге Барҙы, Ялпаҡ һәм Һарыш улустарына; 1924 й. — Урал өлк. Сарапул округы Ҡыҙылъяр, 1925 й. — Барҙы р‑ндарына, 1934 й. — Свердловск өлк., 1938 й. — Пермь өлк. (2006 й. алып Пермь крайы составында) ҡараған. П.б. игенселеккә нигеҙләнгән хужалыҡ‑мәҙәни тибы барлыҡҡа килгән. 19 б. аҙ. хужалыҡ нигеҙен малсылыҡ, һунар, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ м‑н бергә алып барылған игенселек тәшкил иткән. Йылҡы, һыйыр, һарыҡ, кәзә, йорт ҡоштары үрсеткәндәр.__ Игенселектең ҡаты баҫыу системаһы, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше булған. Арыш, бойҙай, һоло, борсаҡ, ҡарабойҙай, техник культураларҙан етен, киндер һ.б. үҫтергәндәр. Төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары ҡулланылған: һабан, тырма, ураҡ, шыбағас һ.б. Бүре, төлкө, ҡуян, һуҫар, тейенгә һунар иткәндәр. Ҡатын‑ҡыҙҙың өй эштәренән биҙәкләп һәм аҫалап туҡыу (ҡара: Туҡыусылыҡ), биҙәкләп тегеү, бәйләү, кейеҙ баҫыу кәсептәре (ҡара: Һөнәрселек) үҫеш алған була. Ирҙәр урман кәсебе, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, ағастан эшләнгән өй кәрәкярағы әҙерләү, тимерселек, зәргәрлек һәм күн эше, файҙалы ҡаҙыл‑маларҙы эшкәртеү (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр) водтарында ваҡытлыса эш м‑н шөғөлләнгән. 19 б. уртаһынан алып итек тегеү, быйма баҫыу һ.б. оҫтаханалар, указдар (1736 й. 11 февр.) ғәмәлдән сығарылғандан һуң, тимерлектәр барлыҡҡа килә башлай. Традицион торамалар (ауылдар) йылға буйҙарында урынлашҡан һәм өйкөм, 19 б. уртаһынан алып киң урамлы һәм иркен йорт‑ҡаралтылы, төҙөк планировка хас булған. Күп ауылдарҙа мәсет булған, уларҙа мәктәп эшләп килгән. Йорт‑ҡаралты йәшелсә баҡсаһына, кеше йәшәгән һәм хужалыҡ ҡаралтылары (ҡура, һарай, лапаҫ) булған алғы ихатаға бүленгән. Торлаҡтар күбеһе бейек нигеҙле бурап эшләнгән өйҙәрҙән ғибәрәт. Ғәҙәттә, ике яҡлы ҡыйыҡлы 1 йә 3 бүлкәтле йорттар төҙөгәндәр. Йорт ҡунаҡ бүлмәһенән һәм шаршау м‑н бүленгән аш‑һыу (ҡатын‑ҡыҙ) бүлмәһенән торған. Мейес м‑н урындыҡ (уның өҫтөнә түшәк кәрәк‑ярағы һалынған һандыҡ ҡуйылған, аҫтында аҙыҡ‑түлек һаҡланған) традицион интерьерҙың төп элементтары булған. Тышҡы ишектән бейегерәк урында, ҡабырға яҡтағы стена һәм мейес араһында һәндерәләр урынлашҡан. Хужалыҡтарҙың күбеһендә мунса булған. П.б. традицион кейеме башҡорт кейеменең төньяҡ‑көнбайыш комплексына ҡараған. Ғәҙәттә, кейемде өй шарттарында әҙерләнгән ваҡ шаҡмаҡлы туҡыманан теккәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ күлдәктәрен асыҡ (ҡыҙыл, һары төҫ) йә контраст төҫтәре булған туҡыманан теккәндәр, ирҙәр кейеменә аҡлы‑күкле төҫтәр хас булған. Традицион ирҙәр кейеме ыштандан, биҙәлгән билбаулы мул итеп тегелгән киндер күлдәктән торған; туйҙа йомшаҡ ҡушаҡ быуған‑ дар; ултырма яғалы һәм ҡатлы күлдәк иҙеүе алдан төймә м‑н эләктереп ҡуйылған. Традицион ҡатын‑ҡыҙ күлдәгенең өҫ яғы ултырма яғалы, мул итеп тегелгән, итәге бөрмәле, еңдәре кештәкле киң, тура булған. Муйын уйымы тирәләй ярым түңәрәкләтеп 3—4 рәт таҫма, уҡа тегеп сыҡҡандар, иҙеүен декоратив булавка йә төймә м‑н эләктергәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ кейеменең мотлаҡ өлөшө булып оҙон алъяпҡыс иҫәпләнгән. Камзул, елән, сәкмән, тун, бишмәт, оҙон тун, ҡыҫҡа тун традицион өҫ кейеме булған. Ирҙәр баш кейеменә ҡолаҡсын бүрек, өҫтөнән кейеҙ эшләпә йә бүрек ҡатлап кейә торған түбәтәй, ҡатын‑ҡыҙҙыҡына ҡалпаҡ, яулыҡ, шәл ингән. Аяҡ кейемен күндән теккәндәр, ҡайһы берҙә уға буҫтау ҡушҡандар. Ҡата, сабата, ситек, быйма йөрөткәндәр. Аяҡ кейемен ирҙәр сылғау урап, ҡатын‑ҡыҙ киндер йә йөн ойоҡ м‑н кейгән. Традицион биҙәүестәр таҫманан эшләнгән уҡалы һәм суҡлы бәйләмес рәүешендәге маңлай биҙәүестәренән, төрлө түш биҙәүестәренән (оҙонса түшелдерек, бәй, ҡаптырмалы алынма яға, тәңкәнән эшләнгән сәйлән муйынсаҡтар, быяла һәм гәрәбә муйынсаҡтар һ.б.) торған. П.б. традицион аш‑һыуы, нигеҙҙә, ҡамыр аштарынан, төрлө ярманан, ит‑һөт аҙыҡтарынан (ҡара: Башҡорт аш‑һыуы) торған, ш. уҡ балыҡ, ашарға яраған үлән тамырҙары, емеш‑еләк (ҡара: Емеш‑еләк йыйыу) ҡулланылған. Ҡырҡылған туҡмас йә сумар һалып бешерелгән һурпа йә һөт ашы, эремсек билмәне, ҡаҡланған тултырма, итле билмән, бутҡа, икмәк, көлсә, ҡоймаҡ, әсе ҡоймаҡ, күмәс, ҡыҫтыбый, сәксәк, шәңкә һ.б. таралған. Байрам һәм йола аштарына гөбәҙиә, бәлеш, ыуыҙлы бәлеш ингән. Күберәк айран, бал, кеҫәл эскәндәр. П.б. ырыу‑ҡәбилә ҡоролошоноң төп өлөшө булып ҡәбилә, ырыу, ара (ҡара: Ырыу бүленеше) һәм ҡәрҙәш ғаилә төркөмдәре (ҡара: Аймаҡ, Түбә) торған. 19 б. — 20 б. башында бәләкәй ғаилә формаһы өҫтөнлөк иткән, ғаилә башлығы булып иң өлкән ир (мөлкәт м‑н эш иткән һәм юридик яҡтан ғаиләнең вәкиле булған) һаналған. Никахтар ҡоҙалау б‑са башҡарылған, ҡыҙ урлау йолаһы булған; левират һәм сорорат һаҡланған. Общинаның көнкүреше һәм ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре йола, традициялар һәм йола хоҡуғы нормаларынан сы-ғып көйләнгән. Традицион байрам һәм йолалар, йәмғиәт тормошоноң башҡа төп саралары яҙ һәм йәй миҙгелдәрендә үткәрелгән (ҡара: Йыйын, Ҡарғатуй, Кәкүк сәйе, Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар). Ғаилә байрамдарыбала тыуыу (ҡара: Бишек туйы, Исем ҡушыу, Бала тыуыуға бәйле йолалар), туй (ҡара: Туй йолалары) һ.б. байрамдар м‑н бәйле булған. Күп йолалар исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. П.б. халыҡ ауыҙ‑тел ижадында ырыу һәм ҡәбиләләрҙең (“Толбуйҙар”, “Айна менән Ғәйнә”), халыҡ йәшәгән урындарҙың һәм уларҙың атамаларының нисек барлыҡҡа килеүе, төп тарихи ваҡиғалар т‑да легенда һәм риүәйәттәр бар. Бишек, туй, лирик һ.б. йырҙар, төрлө бәйет, арбау, мөнәжәт, әкиәт, йомаҡтар һ.б. күп таралған. Традицион музыка инструменттары: ҡурай, ҡумыҙ, скрипка, тальян гармун һ.б. Пермь башҡорттары араһынан сыҡҡан билдәле кешеләр: Туҡтамыш Ишбулатов (Уложенный комиссия депутаты), руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов, Дан орд. тулы кавалерҙары Ә.Ғ.Дауытов, З.Х.Әминев, ғалимдар Ә.Х.Моҡатанов, Ғ.Ҡ.Ибраев, режиссёр Н.Йөрөшбаев һ.б. 17 б. — 19 б. 1‑се ярт. Ғәйнә башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә һалынған ауылдар теркәлгән (ҡара: табл.). Ғәйнә, Ирәкте, Танып улустары башҡорттары ерҙәрендә Аннинский заводы, Ашап заводы, Биҙәр заводы, Бым заводы, Ирген заводтары, Йоҡ заводтары, Йоҡ‑Кама заводы, Камбарка заводы, Рождественск заводтары, Соҡсон заводы, Уй заводы, Шәрмәйет заводы һ.б. тау заводта‑ ры төҙөлгән, хәҙ. ваҡытта заводтар урынында Камбарка ҡ., Йоҡ, Йоҡ‑Ка‑ ма, Ҡоро Биҙәр, Соҡсон ҡасабалары, Пермь крайының Аннинский, Ашап, Бым, Рождественск, Уй, Шәрмәйет аа., Свердловск өлк. Түб. Ирген а. урынлашҡан.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З., А с ф а н д и я р о в а К.М. История башкирских сёл Пермской и Свердловской областей. Кн.8. Уфа, 1999; Тулвинские татары и башкиры: этногр. очерки и тексты. Пермь, 2004; Башкиры‑гайнинцы Пермского края: история, этнография, антропология, этногеномика. Уфа, 2008.

Р.М.Йосопов, А.В.Черных, С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

 

 

Пермь башҡорттарының Пермь губернаһына ҡараған торама пункттары

Торама пункттар

Документтарҙа тәүге тапҡыр ҡасан телгә алынған

Халыҡ иҫәбе

1816

1834

1869

1926

Аҡбаш

1780

188

316

492

1166

Аҡлыш

1710

498

629

1078

Баҙыбаш

1748

72

109

299

450

Барҙы

1631

978

1135

1618

2447

Батырбай

1814

21

160

313

510

Баш-Ҡалтай

1765

509

596

910

1322

Бирезнәк

1776

404

526

721

1086

Елпачиха

1631

777

1034

1417

2160

Искер

1664

114

177

333

589

Искилде

1842

102

218

590

Иҫке Башап

1722

80

121

151

201

Иҫке Сат

1831

68

208

536

Ишем

1743

351

363

553

713

Ишмән

1734

94

133

196

120

Канюки

1776

184

221

244

224

Күҙемйәр

1776

377

544

877

1192

Ҡоҙаш

1832

130

222

516

Ҡуян

1701

928

1079

1402

2062

Ҡыҙылъяр*

1631

994

1424

2616

Мостовой

1776

138

193

250

375

Салҡау

1713

157

179

275

431

Солтанай

1663

525

720

958

Сөжән

1834

177

262

567

Сыуашай

1795

80

83

153

162

Танып

1663

80**

547

919

1099

Тонтортамаҡ

1710

427

532

774

816

Төнгәк

1701

266

360

462

936

Уймыш

1707

250

417

776

1149

Үрге Башап

1816

63

75

273

Үрге Шлыҡ

1820

41

118

377

Фиҙеркә

1768

168

317

596

1092

Һарыш

1710

1234

1512

2099

Шлыҡтамаҡ

1820

116

168

239

Яңы Башап

1818

176

270

624

Яңы Бисура

1722

380

540

780

1900

Яңы Сат

1834

105

101

411

* 1‑се һәм 2‑се Ҡыҙылъяр бергә иҫәпкә алынған.

** Башҡорттар ғына иҫәпләнгән.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019