Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАВЛОВ Михаил Леонардович

Просмотров: 632

ПАВЛОВ Михаил Леонардович (30.12.1956, Грозный), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (2003), проф. (2010). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1979) Грозный нефть ҒТИ‑нда эшләй. 1992 й. алып Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия з‑дында фән, сифат һәм маркетинг б‑са дир. урынбаҫары. 1999 й. башлап “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда: 2008 й. — фәнни‑техник үҙәктең дир. урынбаҫары, 2010 й. — “Салаватнефтеоргсинтез фәнни‑техник үҙәге” ЯСЙ‑ның фәнни бүлек етәксеһе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге түбән, юғары модулле цеолиттар һәм улар нигеҙендә катализаторҙар, адсорбенттар синтезлау мәсьәләләренә, этилбензол, стирол, алкилбензин алыу процестарын камиллаштырыуға арналған. П. етәкс. цеолит‑ион алмаштырыусы лар (синтетик йыуыу саралары алыу өсөн), адсорбенттар, цеолит ингән крекинг катализаторҙарын һәм нефтехимик процестарҙы синтезлау ысулдары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 86 уйлап табыу авторы.

Р.Ф.Зыкина

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019