Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ

Просмотров: 1282

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ (палео... һәм география), үткән дәүерҙәрҙең физик‑геогр. шарттарын, ер ҡабығының һәм дөйөм Ерҙең үҫешен өйрәнгән фән. 19 б. 1‑се ярт. тарихи геология һәм физик география сигендә формалаша. П. геохимия, климатология, литология, палеонтология, палеоэкология, стратиграфия, фациялар т‑дағы тәғлимәт м‑н тығыҙ бәйле; литологик, фациаль, палеонтологик һәм петрографик тикшеренеүҙәр палеогеографик реконструкцияларҙың нигеҙе булып тора. П. терриген‑минералогик йүнәлеше — ултырма тау тоҡомдарында ауыр һәм еңел фракцияларҙың акцессор минералдар составын ҡулланып, ватыҡ ултырма тоҡомдарҙың ишелеү һәм тупланыу өлкәләрен; геохимик йүнәлеше аутиген минералдарҙы, үҙенсәлекле элементтарҙың концентрацияһын һәм нисбәтен, балсыҡлы һәм карбонатлы тоҡомдарҙағы тимерҙең окисланыу дәрәжәһен, ш. уҡ боронғо организмдарҙың ҡабырсаҡтарында магний, кальций һәм кислород (18О, 16О) изотоптары нисбәтен тикшереү нигеҙендә боронғо диңгеҙ бассейндарының тоҙлолоғон, физик‑химик режимын һәм атмосфера составын өйрәнә. 30—60‑сы йй. Уралдың кембрий алды һәм иртә палеозойы П. б‑са — С.Н.Краузе, В.А. Маслов, Д.Г.Ожиганов, А.И.Олли, һуң палеозойы П. б‑са — Д.М.Раузер‑Черноусова, Д.Ф.Шамов, В.В. Фролов, дүртенсел осор П. б‑са тикшеренеүҙәр м‑н В.Л.Яхимович шөғөлләнә. Уралда һуң девон (фамен быуаты) һәм карбон (визе һәм турней быуаттары) П. б‑са тикшеренеүҙәрҙе Г.А.Смирнов, Т.А.Смирнова һ.б. алып бара; “Урал палеогеографияһына материалдар” (“Материалы к палеогеографии Урала”, 1957—74; 4 томда) нәшер ителә. Урал П. б‑са Беренсе эшселәр кәңәшмәһендә (Свердловск ҡ., 1965; Ю.Р.Беккер, Н.П.Гилёва, В.П. Мухина, В.П.Шуйский) Көньяҡ Урал терр‑яһының палеогеографик реконструкциялары күрһәтелә. Тәүге тапҡыр илдең бөтә терр‑яһын ҡаплаған палеогеографик карталарҙың тулы серияһы “СССР‑ҙың литологик‑палеогеографик карталары атласы”нда (“Атлас литолого‑палеогеографических карт СССР”, 1968—69; А.П. Виноградов редакцияһында, 4 томда) бирелә. Һәр бер томда аңлатмалы яҙма бар (СССР палеогеографияһы, 1974—75).

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: