Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ

Просмотров: 1178

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ (палео... һәм онтология), үткән геол. осорҙоң органик донъяһы, уның йәшәйеш һәм үҫеш шарттары т‑дағы фән. Палеозоология, ‑ботаника, ‑экология, ‑биогеография, микропалеонтологияға бүленә. Палеонтологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тау тоҡомдарының сағыштырмаса йәшен билдәләүҙә һәм геол. тарихты осорҙарға бүлеүҙә (ҡара: Геохронология), үткән геол. осорҙоң физик‑геогр. шарттарын өйрәнеүҙә ҡулланыла. 19 б. башында тарихи геология м‑н бер ваҡытта барлыҡҡа килә. 19 б. 2‑се ярт. БР‑ҙа П. б‑са тикшеренеүҙәр геол. карталар төҙөү м‑н бәйле була (Ф.Н.Чернышёв, А.П.Карпинский). “Востокнефть” тресының Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (ҡара: “БашНИПИнефть”; М.Ф.Микрюков, А.Я.Виссарионова, Д.Ф.Шамов) ойоштороу м‑н палеонтологик‑стратиграфик тикшеренеүҙәр системаға һалына. 1955 й. алып Көньяҡ Уралда П. б‑са тикшеренеүҙәр “Башкиргеология” ПБ‑ның махсус партияһы тарафынан үткәрелә (А.П.Тяжёва, Ф.С.Бикова, З.А.Синицина, Б.М.Садрисламов, В.Л.Бородина). Геология институтында стратиграфия һәм палеонтология лаб. (1955) асылыу м‑н палеозой ултырмаларыныңпланлы рәүештә палеонтологик һәм палинологик (ҡара: Палинология) тикшеренеүҙәре башлана. Палеозойҙың брахиоподтары (Тяжёва, Микрюков), спора‑һеркә комплекстары (Е.В.Чибрикова) һәм девондың остракодтары (А.А. Рождественская) өйрәнелә. Ваҡ имеҙеүселәрҙе (В.П.Сухов), спора‑һеркә (В.К. Немкова) һәм микропалеонтологик (М.Г. Попова‑Львова) ысулдарҙы тикшереү нигеҙендә кайнозой ҡатламдарын биостратиграфик бүлгеләү үткәрелә. 80‑се йй. башлап фаунаның яңы төркөмдәре өйрәнелә: девон мәрйен‑ дәре (Р.А.Жаворонкова), девон һәм карбон остракодтары (А.Н.Абрамова, Н.М.Кочеткова), карбон фораминиферҙары (Е.И.Кулагина), девон һәм карбон брахиоподтары (А.А. Ғарифуллина, Я.Л.Лотфуллин), девон, карбон, ордовик һәм силур конодонттары (В.Н.Барышев, В.Н.Пазухин, О.В. Артюшкова, Т.М.Мавринская), ордовик һәм силур хитинозойҙары (Р.Р. Яҡупов). Кайнозойҙың спора һәм һеркәләренә (Л.И.Әлимбәкова), моллюскыларына (Г.Ә.Данукалова), ваҡ имеҙеүселәренә (А.Г.Яковлев) тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Палеонтологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшө һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе палеозойы һәм кайнозойы ултырма ҡатламдарының стратиграфия һәм корреляция схемалары эшләнә; Көньяҡ Урал көнсығыш битләүенең мәғдән һыйҙырған палеозой ултырмалары стратиграфияһының ентекле схемаһы төҙөлә. Схемалағы мәғлүмәттәр РФ‑тың Ведомство‑ара стратиграфия ком‑ты тарафынан раҫлана һәм геол. карталар төҙөүҙә ҡулланыла.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: