Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРАФИН

Просмотров: 1239

ПАРАФИН (нем. Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300— 400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35 углеводородтар ҡатышмаһы. П. составында ш. уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (tиреү 45—65°C, тығыҙлығы 880—915 кг/м3) йәки шыйыҡлыҡ (tҡайнау 180—360°C); һыуҙа, этил спиртында эремәй, күп кенә органик эреткестәрҙә, минераль майҙарҙа эрей; tтоҡаныу 160°C түбән булмаған, үҙенән‑үҙе тоҡаныуы 300°C түбән булмаған яныусан матдә. Химик реагенттарҙың күбеһенә инерт; азот к‑таһы, һауалағы кислород (140°C) һ.б. м‑н майлы к‑таларға тиклем окислана; хлор м‑н хлоропарафиндар барлыҡҡа килтереп реакцияға инә. Майлы нефть дистилляттарын артабанғы таҙартыу (көкөрт к‑талы, контактлы, перколяцион йәки башҡа таҙартыу; ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу) м‑н парафинһыҙлаштырыу (мәҫ., кетон һәм толуол ҡатышмаһы м‑н) һәм майһыҙландырыу (шыйыҡ углеводородтарҙан арындырыу) юлдары аша алына. Таҙартыу кимәленә ҡарап юғары таҙалыҡтағы техник, таҙартылған, таҙартылмаған, мед. һәм башҡа П. бүленә, улар еҫһеҙ булырға, составында бензпирен булмаҫҡа тейеш. Аҡһым‑витамин концентраттары алыу, туҡыманы биҙәкләү өсөн, синтетик май кислоталары, шырпы, ҡәләм, май шәмдәре, синтетик йыуыу саралары етештереүҙә, α‑олефиндар алыу өсөн сеймал, электроизоляция материалы, пластик майҙар компоненты, майлағыс майҙарға присадка булараҡ; юғары таҙалыҡтағы П. — таралар, төрөү материалдары, Резина‑техник изделиелар эшләүҙә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә сәйнәй торған резинкалар компоненты сифатында, мед. П. парафин м‑н дауалауҙа файҙаланыла. Башҡортостанда П. алыу технологияларын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда башлана. 60‑сы йй. В.В.Воробьёва, И.И.Черек, И.А. Чернобривенко Яңы Өфө НЭЗ‑ы хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә юғары эреүсән (хлорлау өсөн сеймал), шырпы өсөн П. алыу технологияһы эшләй һәм етештереүгә индерә. 60‑сы йй. аҙ. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) П. нигеҙендә аҡһым‑витамин концентраттарын, 70‑се йй. уртаһында Башҡортостан биохимия комбинатында — мал аҙығы аҡһымын тәж. етештереү ойошторола. “Каустик” ЯАЙ‑ы А һәм Б сорттарының ХП‑470 маркалы хлорлы П., Яңы Өфө НЭЗ‑ы Т‑2 маркалы шыйыҡ һәм ҡаты П. етештерә. “Свеча” ЯСЙ‑нда (Өфө) П. нигеҙендә май шәмдәре етештереү үҙләштерелә.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: