Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич

Просмотров: 777

ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич (21.6.1950, Өфө — 20.12.2011, шунда уҡ), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1985). В.М.Пастушенконың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй. 1974 й. алып ӨНИ‑лә (1980 й. башлап тармаҡ лаб. етәксеһе), 1983—2011 йй. БДМУ‑ның дөйөм химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре химия өлкәһендә һыҙыҡлы һәм циклик эфирҙарҙың, уларҙың гетероаналогтарының гомолитик әүерелештәрен тикшереүгә арналған. П. ҡатнашлығында химия һәм нефтехимия сәнәғәте өсөн кислородлы берләшмәләр һәм реактивтар синтезлауҙың фәнни нигеҙҙәре, полимер материалдарҙың плас‑ тификаторҙары һәм стабилизаторҙары, химик сенсор һәм хромофор үҙенсәлектәре булған берләшмәләр, ш. уҡ клиник мед. өсөн тест‑системалар һ.б. эшләнә, улар “Союзреактив” ПБ пр‑тиеларында, РФ һәм БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы учреждениеларында индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы (1983), Башҡортостан комсомолы (1981) пр. лауреаты.

В.В.Зорин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019