Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕКТАР

Просмотров: 888

ПЕКТАР (голландса pek — ыҫмала), ыҫмала (һәүерташлы, пиролиз, кокслаштырыу, ярым кокслаштырыу һ.б.) йәки дегет (ағас, торф) ҡыуыу ҡалдыҡтары. Ҡара төҫтәге ҡаты (ҡайһы берҙә ҡуйы йәбешкәк) масса; һуғылғанда ҡабырсаҡҡа оҡшаш урын барлыҡҡа килтереп һына, туҡтауһыҙ ҡулланғанда һығылмалы була. Сеймалға бәйле ташкүмер, торф, ағас, нефть П. айырыла. Ташкүмер П. йәбешкәк, термототороҡло, йөҙлөк тартылышына, еүешләнеүсәнлеккә, үртәлеүсәнлеккә эйә; ағыулы, осоусан ҡушылмалар өсөн ПДК 0,5 мг/м3; составына 500‑гә яҡын, ш. иҫ. күп ядролы конденсирланған ароматик һәм гетероцикллы, ҡушылма, уларҙың полимерлашыу, поликонденсация продуктары инә. Алюмин электродтар һәм электрод күсәре, графит изделиелар, күмер‑графит блоктар һ.б. производствоһында анод массаһын алғанда П. коксын һәм П.‑бәйләүес барлыҡҡа килһен өсөн; брикетланған күмер яғыулығы, пеклы пластик массалар һәм лактар, йомшаҡ түбә әҙерләү һ.б. өсөн ҡулланыла. Ағас П. һыуҙа эремәй, күп кенә органик эретмәләрҙә эрей; һелте эретмәләрендә эмульсиялар барлыҡҡа килтерә; төп компоненты — юғары молекуляр Фенол‑кислоталар (55—85%), ҡалғандары — цикллы альдегидтар, кетон һәм спирттар, фенолдың тулы эфирҙары, углеводородтар (6—25%) һәм фенолдың альдегид м‑н конденсация про‑ дукттары. Ағас пеклы ҡойолған беркеткестәр, активлаштырылған күмер производствоһында бәйләүестәр, бетондарға өҫтәмәләр, простилка өсөн ыуар алғанда ҡулланыла. Ағас П. нигеҙендә ағас‑ыҫмала эреткестәр м‑н берлектә ағас һәм металл изделиеларҙы буяу өсөн пеклы лак әҙерләнә. Нефть П. шыйыҡ углеводород сеймалын (пиролиз ыҫмалаһы, дистиллятлы крекинг‑ҡалдыҡ) термополиконденсациялап алалар; составында бер нисә меңгә тиклем индивидуаль берләшмә, ш. иҫ. ароматик һәм нафтен рәтенән. Металлургияла, электроэнергетикала һ.б. төрлө углерод материалдар әҙерләгәндә ҡулланыла. Башҡортостанда нефть П. етештереү технологияларын булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. ӨНИ‑лә Днепр электрод з‑ды (Запорожье ҡ.) һәм Бөтә Союз алюминий‑магний ин‑тының тәжрибә з‑ды (Ленинград) м‑н берлектә З.И.Сөнәев етәкс. башлана. 1971 й. Яңы Өфө НЭЗ‑ында яйлап кокслаштырыу ҡулайламаһында нефть электрод крекинг П. тәүге 160 т алы‑ на, ул Урал алюминий з‑дында (Каменск‑Уральский ҡ.) сәнәғәт электролизёры өсөн анод масса етештергәндә һынау үтә. Салауат нефтехимия комб‑тының (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) тәжрибә з‑дында, Волгоград НЭЗ‑ында һәм Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның тәжрибә з‑дында (ҡара: Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводы) нефть пиролиз П. етештерелә, улар күмер‑графит конструкция материалдарын (Дәүләт графит нигеҙендәге конструкцион материалдар ҒТИ, Мәскәү), электр‑күмер изделиеларын (Бөтә Союз электр‑күмер изделиелары ғилми‑тикшеренеү проект‑технология ин‑ты, Электроугли ҡ.), графитланған электродтар (Дәүләт электрод сәнәғәте ҒТИ, Силәбе ҡ.) етештергәндә һынау үтә. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда ҡара металлургия өсөн нефтле үртәй торған өҫтәмәләр етештереү (1985—90 йй. Өфө, Пермь, Херсон, Яңы Өфө НЭЗ‑дарында, КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында индерелә, ҡара: “Уфанефтехим”), алюмин сәнәғәте өсөн нефть П. тәжрибә‑сәнәғәт етештереү (90‑сы йй. Яңы Өфө НЭЗ‑ында индерелә) технологиялары уйлап табыла.

Л.В.Долматов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: