Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ

Просмотров: 1086

ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ (Apatura iris), күбәләктәр отрядының нимфалидтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Үҙәк һәм Төньяҡ Англия, Скандинавия, Көньяҡ Европанан башҡа Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, ата күбәләктеке — күкһел шәмәхә төҫмөрлө ҡара көрән, инәһенеке асыҡ көрән төҫтә. Алғы ҡанаты аҡ таплы, артҡыһы — аҡ тартмайыл һәм ҡуйы һары ҡаймалы ҡара таплы. Йомортҡалары асыҡ йәшел төҫтә, ағас үҫемлектәренә һалына. Ҡарышлауыҡтар көрәнһыу, аҙаҡтан йәшел төҫтә, башында 2 күк мөгөҙө, ян‑яғында һары нөктәләр һәм асыҡ төҫтәге арҡыры һыҙаттар бар. Үҙҙәре туҡланған үҫемлектәрҙә ҡурсаҡланалар. Ҡурсаҡтары йәшел төҫтә, башында 2 ҙур булмаған осло үҫентеһе бар. БР шарттарында йылына 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Күбәләктәре июнь уртаһында килеп сыға, көндөҙ әүҙем, сәскә таты, ҡарышлауыҡтары тал, тирәк япраҡтары менән туҡлана. Аҙ һанлы төр, республиканың бөтә территорияһында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2022