Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЫ ҠАНАТЛЫЛАР

Просмотров: 1578

ЯРЫ ҠАНАТЛЫЛАР (Hymenoptera), бөжәктәр отряды. 100 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда яҡынса 1000 төрө осрай. Ҡорһаҡ, ауыҙ аппараты һ.б. төҙөлөшө үҙен­сәлектәре буйынса 2 ярым отрядҡа бүленә: ултырма ҡорһаҡлылар һәм һабаҡ ҡорһаҡлылар. Кәүҙәһе оҙонса, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,2—60 мм, төрлө төҫтә. Башы ҙур, фасеткалы һәм 3 ябай күҙе бар, ҡайһы бер төрҙәрҙә (ҡырмыҫҡалар һ.б.) — булмай. Мыйыҡтары быуынлы, суҡмар, тараҡ, ҡауырһын һ.б. формаларҙа була. Ауыҙ аппараты кимереүсе, ялаусы‑кимереүсе йәки һурыусы. Күпселек Я.ҡ. йомортҡа һалғысы йәки ҡаяуы бар. Ҡанаттары яры, үтә күренмәле, һеңерсәләре күҙәнәкле, алғылары — оҙон, артҡы ҡанаттары алғыларына ырғаҡтар ярҙамында беркетелгән, ҡайһы бер төрҙәр ҡанатһыҙ. Аяҡтары 5 быуынтыҡлы, йүгереүсән. Үҫеше тулы әүерелешле. Йомортҡаларын аҙыҡ субстратына һала; аталанмаған йомортҡаларҙан (гаплоид) ата бөжәктәр, аталанғандарынан (диплоид) — инә бөжәктәр үҫешә, ҡайһы бер төрҙәрҙә партеногенез (йомортҡа күҙәнәге барлыҡҡа килгәндә аталанмаған йомортҡалар диплоид булып ҡала) күҙәтелә. Ҡарышлауыҡтары (ултырма ҡорһаҡлыларҙың башы үҫешкән, паразит һәм сағыусы һабаҡ ҡорһаҡлы Я.ҡ. — үҫешмәгән) аяҡһыҙ йәки ҡарышлауыҡ формаһында. Ҡуҙыла ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары ирекле. Республика шарттарында бер йыл эсендә 1 (ҡайһы берҙә 2) быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Көндөҙ, һирәгерәк эңерҙә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары — үҫемлек япраҡтары һәм туҡымалары, үренделәр, үҙағас (күпселек төрҙәре — бөжәктәрҙең экто‑һәм эндопаразиттары), оло бөжәктәр үҫемлектәрҙең таты, һуты, хужаның гемолимфаһы йәки кебләләрҙең экскременттары (татлыҡай) менән туҡлана, ҡайһы бер төрҙәр туҡланмай. Урмандарҙа, далаларҙа, болондарҙа йәшәй. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә, сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндерә; ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора. Я.ҡ. ҡайһы бер төрҙәре БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022