ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич
ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич (6.8. 1901, Пермь губ. Берёзовка Заводы ҡсб — 28.6.1983, Өфө), инженер‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1962), проф. (1966). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1930) геол.‑разведка контораһы дир. урынбаҫары булып эшләй, 1934 й. алып “Эмбанефть” ПБ (Гурьев ҡ.), 1939 й. — “Малгобекнефть” ПБ быраулау контораһының баш геологы, геол. бүлеге нач., 1942 й. башлап Грозный нефть ин‑тында, бер үк ваҡытта Коканд нефть техникумында уҡыта. 1948 й. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның үҙләштереү бүлеге нач., 1966—83 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. П. етәкс. Туймазы нефть ятҡылығын, ш. уҡ Арлан нефть ятҡылығын, Серафимовка нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б. үҙләштереү, ш. уҡ контур эсе, контур аръяғы буйлап һыу ебәреү м‑н ятҡылыҡтарҙы өҫтәлмә үҙләштереү проекттары төҙөлә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1959).
К.С.Баймөхәмәтов
Тәрж. Г.М.Ғәлиева