Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР

Просмотров: 1041

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—O—O—R’ булған химик берләшмәләр, бында R һәм R’ — органик булмаған радикалдар йәки атомдар. О.б.п. төп кластарына металдарҙың пероксидтары, гидропероксидтары, супероксидтар, озо‑ нидтар инә. R һәм R’ — органик булмаған к‑та ҡалдыҡтары йәки водород атомы булған пероксокислоталар бар. Һыу, углекислый газ һ.б. м‑н тәьҫир итешкәндә молекуляр кислород бүлеп сығара, күбеһе органик берләшмәләрҙе тоҡандыра. Сәнәғәттә водород пероксидын (химик берләшмәләрҙе синтезлауҙа реактив) — изопропил спиртын каталитик окислап (өҫтәлмә продукт — ацетон), һелтеле металдар һәм һелтеле‑ер металдары пероксидтарын (төҫһөҙ, аҙ гигроскопик) — гидроксидтарға водород пероксидының ҡуйыртылған эретмәһе м‑н тәьҫир итеп, пероксикислоталарҙы ярашлы к‑таларҙы анодта окислап алалар. Окисландырыусы сифатында, текстиль, аҙыҡ, косметика һәм целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәтендә ағартҡыс, тын алыу аппараттарында һәм ябыҡ биналарҙа һауаны регенерациялау, ракета яғыулығы, полимерлашыу инициаторҙарының, антисептиктарҙың, пиротехник составтарҙың компоненттары итеп, сәнәғәттең ағынты һыуҙарын таҙартыу, электрон сәнәғәттә металды ашатыу һәм окислау, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтендә урандың һелтеле эретмәләрҙә эреүен яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда Б.В. һуғышы йылдарында Башҡ‑н дарыухана идаралығы тәҡдименә ярашлы Украина ССР‑ы ФА‑ның Физик химия ин‑туты хеҙм‑рҙәре тарафынан А.И.Бродский етәкс. водород пероксидын көкөрт аммоний тоҙонан электролитик юл м‑н алыу өсөн лаб. методикаһы эшләнә. УЗЭМИК‑та водород пероксидын тығыҙлау изделиелары һ.б. алыу өсөн резиналы ҡатнашмалар эшләүҙә ҡулланалар. 2000 йй. БДУ‑ла (И.М.Борисов, Ю.С.Зимин, Ю.Б. Монаков) тәбиғи полисахаридтарҙы, ш. иҫ. арабиногалактанды, водород пероксиды ярҙамында окислап функционалаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

С.Л.Хурсан

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: