Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОМ, тау тоҡомо

Просмотров: 1198

ҠОМ, минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының йомро һәм ҡырлы бөртөктәренән торған көпшәк, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Составында балсыҡлы материал, слюдалар, карбонаттар, мәғдән минералдары (ильменит, рутил, магнетит, циркон, алтын, платина, алмас һ.б.) ҡушылмалары бар. Бөртөктәрҙең өҫтөнлөк иткән үлсәмдәренә ҡарап — тупаҫ (1—2 мм), эре (0,5—1), уртаса (0,25—0,5), ваҡ (0,1—0,25), үтә ваҡ (0,1—0,05) бөртөклө Ҡ.; составы б‑са мономикт, олигомикт һәм полимикт Ҡ., кварцлы, аркозлы (ялан шпаты-кварцлы), глауконит-кварцлы Ҡ. киң таралған; сығышы б‑са аллювиаль, күл, диңгеҙ, флювиогляциаль, эол Ҡ. айырып йөрөтәләр. Ҡ. төҙөлөш, балласт, формалау материалы итеп, бетон, кварцлы Ҡ. быяла етештергәндә, фарфор, фаянс һәм керамика яһағанда йоҡартҡыс сифатында ҡулланыла. БР-ҙа аҡбур, палеоген, неоген һәм плейстоцендың аллювиаль һәм диңгеҙ ултырмаларында таралған. Запастар б‑са дәүләт комиссияһы тарафынан 19 төҙөлөш Ҡ. (39,8 млн м3 запас м‑н ), 26 силикат Ҡ. (66,4 млн м3) һәм 4 быяла Ҡ. (1,9 млн м3) ятҡылығы иҫәпкә алынған. Красноусол быяла заводы Ҡарауылтау ятҡылығын (Ғафури р‑ны) эшкәрткән. Михайловка ятҡылығы (Ейәнсура р‑ны) “Салаватстекло” ААЙ өсөн эшкәртеүгә әҙерләнгән.

А.А.Алексеев

Тәрж.Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019