Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОГРАФИЯ

Просмотров: 1213

ПЕТРОГРАФИЯ (гр. pétros — таш һәм ...графия), геологияның тау тоҡомдарын (ТТ), уларҙың минераль һәм химик составын, структураһын һәм текстураһын, барлыҡҡа килеүен, урынлашыу шарттарын, геогр. таралыуын, классификацияһын һәм номенклатураһын өйрәнгән бүлеге. Магматик тоҡомдар, метаморфик тоҡомдар, ултырма тоҡомдар П., йәки литология, ш. уҡ эксперименталь, йыһан П., петрохимия, петрофизика, техник П. айырыла. Минералогия, геофизика, химия, геохимия һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. П., ялан П. тыш, ТТ тикшереүҙә оптик, спектраль, рентгеноскопия һ.б. ысулдар ҡулланыла. 19 б. аҙ. үҙ аллы фән тармағы булараҡ формалаша. Башҡортостанда П. мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмаларға геология‑разведка эштәрен үткәреү, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын, магматизмды өйрәнеү м‑н үҫеш ала, һөҙөмтәлә магматик ТТ классификацияһы эшләнә (А.Н.Заварицкий). Ультраһелтеле ТТ (Н.К.Высоцкий, В.П.Логинов), мәғдәнле формация ларға (С.А.Юшко, Т.Н.Шадлун һ.б.) һ.б. тикшеренеүҙәр үткәрелә. 50‑се йй. башлап литологик‑петрографик һәм формацион тикшеренеүҙәр алып барыла, һөҙөмтәләре Көньяҡ Уралдың магматизмын, метаморфизмын, металлогенияһын, стратиграфияһын өйрәнеүгә булышлыҡ итә (А.А. Алексеев, В.И.Козлов, В.А.Маслов, И.Б. Серавкин һ.б.). Стәрлетамаҡ метеоритының матди составы тикшерелә (С.Ш.Йосопов, Д.Н.Сәлихов), Белорет метаморфик комплексы, габбро‑гипербазит массивтары һ.б. өйрәнелә.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: