Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕЧЁНЫЙ Борис Григорьевич

Просмотров: 986

ПЕЧЁНЫЙ Борис Григорьевич (17.5. 1939, Орехов ҡ.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1987). Харьков автоюлдар ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) “Марганецрудстрой” (Марганец ҡ.) тресының 7‑се төҙөлөш идаралығында эшләй. 1967 й. алып Павлодар индустриаль ин‑тында, 1969 й. — Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда лаб. мөдире. 1987 й. башлап Симферополь ҡ.: сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1990 й. Төньяҡ Кавказ техник ун‑тының “Стамаик” һынау лаб. мөдире; 2008 й. алып Белгород технология ун‑ты Төньяҡ Кавказ филиалының автомобиль юлдары, стандартлаштырыу һәм сертификациялау каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре битумдарҙа һәм битумлы минерал композицияларҙа фаза һәм структур әүрелештәрҙе, битумдарҙың сатнауға ныҡлығын, иҫкереүен һәм оҙаҡҡа етеүен өйрәнеүгә арналған. П. ҡатнашлығында тирә‑яҡ мөхитте бысраныуҙан һаҡлау мәсьәләһен хәл итеү өсөн нефть ҡалдыҡтарынан битум алыу технологиялары эшләнә, Яңы Өфө һ.б. НЭЗ‑дарында индерелгән. Уларҙы һынау өсөн респ. терр‑яһында автомобиль юлдарының тәжр. участкалары булдырыла. 340‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 46 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Долговечность битумных и битумоминеральных покрытий. М., 1981; Битумы и битумные композиции. М., 1990.

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

     

                    

                                                                                                                          

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019