Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИПЕРАЗИН

Просмотров: 985

ПИПЕРАЗИН, С4Н10N2, гексагидропиразин, диэтилендиамин, гетероциклик берләшмә. Төҫһөҙ кристаллик матдә, tиреү 104°С, tҡайнау 145°С, һыуҙа насар, этил спиртында яҡшы эрей, һауалағы углекислый һ.б. әсе газдарҙы еңел йота. Көслө нигеҙ, П. кристаллик гексагидрат барлыҡҡа килтерә (tиреү 44°С). Алкиллаштырыу, ацилирлау, хлорлау һ.б. реакцияларға инә. Пиразинды гидрирлау, дихлорэтанды аммонолизлау, диэтилент‑риаминды диспропорциялау һ.б. юлдар м‑н алына. П. ядроһы — ауыртыуҙы баҫыусы, спазмолитик, психотроп (френолон, трифтазин) һәм яман шешкә ҡаршы (дипин, проспидин, спиразидин) дарыуҙарҙың структур фрагменты; П. гексагидраты, адипинаты, сульфаты, фосфаты һ.б. — антгельминт препараттар. Сәнәғәттә П. — коррозия ингибиторы, хлоропрен полимерлашыуын тиҙләткес, фталь к‑таһы хлорангидридтары м‑н П. сополимерҙары — юғары иреүсән полиамидтар. Башҡортостанда 20 б. 60—70‑се йй. Химия ин‑тында (Р.Н. Заһиҙуллин, Г.А.Толстиков) илдә тәүге тапҡыр полиэтиленполиаминдарҙы синтезлауҙың өҫтәмә продукттарынан гексагидрат сифатында П. бүлеп алыу технологияһы эшләнә һәм 1973 й. Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) етештереүгә (ҡеүәте йылына 120—140 т) индерелә. П. гексагидраты башлыса илдәге ҡош‑ солоҡ ф‑каларында ҡулланыла, ш. уҡ Болгарияға сығарыла. 1994 й. Өфө витамин заводында П. адипинатын етештереү үҙләштерелә.

Әҙәб.: Б е й ш е к е е в Ж. Химия и применение пиперазина. Фрунзе, 1982.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: