Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРОЖОК Пётр Иванович

Просмотров: 1042

ПИРОЖОК Пётр Иванович (3.9.1927, Украина ССР‑ы Семёново а. — 2020 й. декабре, Учалы ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1995). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1959) Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1962 й. алып өлкән геолог, 1977 й. — баш геолог урынбаҫары, 1985—96 йй. баш геолог. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтарының геологияһы менән бәйле. П. тарафынан баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында мәғдәндәрҙең сифатын геологик‑технологик яҡтан билдәләүҙе уҙып киткән урталыҡты табыу режимында мәғдән сығарыу технологиялары эшләнгән һәм индерелгән. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Учалинское медно‑цинково‑колчеданное месторождение Уральского типа. Уфа, 1992 (авторҙ.); Минеральные ресурсы Учалинского горно‑обогатительного комбината. Уфа, 1994 (авторҙ.).

  Әҙәб.: Золотое сердце Учалов. Уфа, 1999.

А.В.Чадченко

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: