Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРОЛИЗ

Просмотров: 1063

ПИРОЛИЗ (гр. pýr — ут, lýsis — тарҡалыу, эреү), органик берләшмәләрҙең юғары т‑рала деструктив әүерелештәре. Ағас, нефть һ.б. сеймал, органик ҡалдыҡтар П. айырыла. Ағас П. — ҡоролай ҡыуыу, 450°C тиклем һауаһыҙ ҡыҙҙырғанда тарҡалыу; унда ирекле радикаль реакциялар бара. Технологик схемаһы: сеймалды киҫәктәргә бүлеү (тюлька), уны киптереү, махсус мейестәрҙә йәки реторталарҙа П., тоҡанып китеүҙе булдырмау өсөн күмерҙе һыуытыу һәм стабилләштереү, осоусан продукттарҙың парҙарын конденсациялау. Газ хәлендәге (углерод диоксиды һәм оксиды 45—55% һәм 28—32%, водород 1—2%, метан 8—21%, башҡа углеводород 1,5—3,0%), шыйыҡ (уксус кислотаһы һәм уның гомологтарының массаһы б‑са һарҡынды 6—9%, метил спирты 2,5—4,5%, альдегидтар, кетондар, ҡатмарлы эфирҙар һ.б. 5—6%, эреүсән ағас ыҫмалаһы 4,5—14%, һыу 67— 81%) продукттар, ҡаты ҡалдыҡ (ағас күмере) барлыҡҡа килә. Ағас П. ыҫмала ҡайнатыу — ҡарағай ыҫмалаһы алыу өсөн файҙаланғандар. Нефть сеймалы П. — 650—700°C юғарыраҡ т‑рала углеводород газдарҙың, газ конденсатының, түбән октанлы бензинлы (тура ҡыуылған бензиндар, платформинг рафинаттары), газойль фракцияларының, ҡоро нефттәрҙең, мазуттың ауыр фракцияларының газ хәлендәге (пирогаз) һәм шыйыҡ (П. ыҫмалаһы) продукттарға деструктив әүерелеше (ҡара: Термик крекинг). 750—1150°C С—С бәйләнештәренең өҙөлөүе этилен, артабан йылытҡанда — сылбырлы радикаль механизм нигеҙендә ацетилен барлыҡҡа килтерә. Көпшә тибындағы мейестәрҙә башҡарыла; технологик схема П. төйөндәрен, әҙерләү, компримирлау, таҙартыу, киптереү һәм пирогазды газ м‑н бүлеүҙе үҙ эсенә ала. Ацетилен, аллен, метилацетилендан арыныу өсөн этан‑этилен, пропан‑пропилен фракцияларын селектив гидрирлауға дусар итәләр. Окисландырыусы, каталитик, термоконтактлы П. ҡулланыла. П. ыҫмалаһы (газ сеймалы өсөн сығышы масса б‑са — 5%, бензин өсөн — яҡынса 20%) ароматик углеводородтарҙың юғары концентрацияһы (бензол, толуол, нафталин һ.б.) м‑н характерлана, туйындырылмаған углеводородтары бар (ш. иҫ. циклопентадиен). 1918 й. Өфө губ. 1936 й. тиклем уксус онтағы, метил спирты, cей спирт, сайыр, канифоль, ағас ыҫмалаһы, скипидар, терпентин майы һ.б. етештергән Әшә урман‑химия з‑ды төҙөлә. 1946 й. алып ағас П. Әмзә урман химия з‑дында (ҡара: Әмзә урман комбинаты) башҡарыла. 1943 й. нефть сеймалы П. Өфө НЭЗ‑ында һәм 89‑сы пиролиз з‑дында (Ишембай) башлана: толуол (тротил алыу өсөн), пиробензол (авиация бензиндары өсөн юғары октанлы өҫтәмә) етештерелә. 1945 й. башлап 89‑сы пиролиз з‑ды концервацияла, 1947 й. — Ишембай НЭЗ‑ы составында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы), 1976—80 йй. пиролиз мейестәренә реконструкция үткәрелә. Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда — ЭП‑300, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда ЭП‑60 П. ҡоролмалары эшләй.

Ж.Ф.Ғәлимов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: