Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘЫҠ ӨҪТӘМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1145

АҘЫҠ ӨҪТӘМӘЛӘРЕ, аҙыҡ продукттарының етештереү технологияһын, структураһын, физик‑химик һәм органолептик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, һаҡлау ваҡыттарын оҙайтыу, биол. һәм аҙыҡ ҡиммәтен арттырыу өсөн аҙыҡ‑түлек составына индерелеүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләр.

А.ө. консерванттар (бензой, ҡырмыҫҡа һ.б. аҙыҡ кислоталары, сульфиттар, гидросульфиттар), антиоксиданттар, йомшартҡыстар (йылыға сыҙамһыҙ карбонаттар, гидрокарбонаттар), эмульгаторҙар (моно‑ һәм диацилглицеридтар — глицеринды этерификациялауҙан алынған продукттар, фосфолипидтар), тәбиғи (агар, желатин, пектиндар, үҫемлек тәбенгеләре) һәм синтетик (метилцеллюлоза, карбоксиметилцеллюлоза) стабилизаторҙар, рН күрһәткесен һәм консистенцияны көйләүсе матдәләр (ҡуйыртҡыстар, желе һәм ҡойҡа хасил итеүсе), буяуҙар (мәҫ., тәбиғиҙәрҙән — һинд зәғферәне, зәғферән тамырһабағы экстракттары, виноградтың ҡара төҫтәге сорттары, ҡара мәрүәр, ҡарағат, сөгөлдөр, мүк еләге, хлорофилдың ҡайһы бер сығарылмалары, шәкәрҙе карамелләштереүҙән алынған продукт, каротин һәм каротиноидтар; ҡара: Провитаминдар), тәбиғи (бал, татлы тамыр экстракты) һәм синтетик (сахарин, сахарозанан 400—500 тапҡыр татлыраҡ) шәрбәтләүсе матдәләр, тәм биреүсе матдәләр, ароматизаторҙар (айырым алғанда ванилин, диацетил, уларҙың һәр төрлө комбинациялары — эссенциялар, ыҫлау шыйыҡсалары; хуш еҫле матдәләр), тәмде һәм еҫте көсәйткестәр (L‑глутамин к‑таһы тоҙҙары), микроэлементтар, аминокислоталар, төҫ биреүсе матдәләр (сульфиттар, нитриттар; ит аҙыҡтары етештереүҙә ҡулланылалар), ағартҡыстар (калий броматы; он етештереүҙә файҙаланыла), тәбиғи тәмләткестәр һ.б. инә.

РФ‑та индигокармин (Е‑132), тартразин (Е‑102) синтетик буяуҙары ҡулланыуға рөхсәт ителгән.

Башҡортостанда Өфө витамин заводында витаминдар, шәкәрҙе алмаштырғыстар, әлморон һығындыһынан аҙыҡ буяуҙары етештереү үҙләштерелә. 20 б. 50‑се йй. аҙағында респ. йәшелсә киптереү з‑дтарында крахмал (ҡуйыртҡыс), “Сода” ААЙ‑нда — аш содаһы етештереү ойошторола.

О.С.Куковинец

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: