ҺӨЛӨКТӘР
ҺӨЛӨКТӘР (Hirudinea), балдаҡлы селәүсендәр класы. 3 отряды, яҡынса 400 төрө билдәле; Ер шарында диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа таралған. Башҡортостанда томшоҡло Һ. һәм томшоҡһоҙ Һ. отрядына ҡараған 13 төр осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,2—15 см, ҡара, көрән, йәшкелт һ.б. төҫтә, яҫы, һирәк цилиндр формаһында, ике имгесе (алғы һәм артҡыһы ҙурыраҡ) бар; баш айырсаһынан һәм 33 сегменттан тора. Кәүҙәһенең өҫкө йөҙө (биҙ күҙәнәкле) шыма йәки имсәләре була. 1—5 пар күҙе бар. Икенсел ҡыуышлығы (целом) редукцияланған, ағзалар араһындағы арауыҡтар мезенхима м‑н тултырылған. Шайығында аҡһым матдә — гирудин (ҡорбандың ҡаны ойоуына ҡамасаулай) бар. Йотҡолоғо ашҡаҙанда йыйылған ҡанды һурыу өсөн хеҙмәт итә. Ҡыҙыл үңәсе ҡыҫҡа. Мускулдары яҡшы үҫешкән. Кәүҙәһенең өҫкө яғы м‑н тын ала. Ҡан тамырҙары системаһы ябыҡ. Нервылар системаһы ҡорһаҡ сылбыры м‑н бирелгән; химик тойоу ағзалары үҫешкән. Метанефридиялары (бүлеп сығарыу ағзалары) кәүҙәһенең урта сегменттарында була. Аналь тишеге артҡы имгес өҫтөндә урынлашҡан. Һ. — гермафродиттар; енси юл м‑н үрсей, аталаныуы эске. Үҫеше тура. Аталандырылған йомортҡалары ҡуҙыларҙа һыу ятҡылығы төбөндә йәки тупраҡта үҫешә. Ҡан һурыусы Һ. (ваҡытлыса тышҡы паразиттар) ҡан, йыртҡыс төрҙәре — олигохеттар, бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, моллюскылар, ҡыҫала һымаҡтар м‑н туҡлана. БР‑ҙа күлдәрҙә, быуаларҙа, йылғаларҙа йәшәй. Һыу умыртҡаһыҙҙарының һанын көйләй. Балыҡтар һәм һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡайһы бер төрҙәре — гельминттарҙың ваҡытлы хужалары. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән мед. һөлөгө гирудотерапияла ҡулланыла.
М.Ғ.Баянов
Тәрж. Г.А.Миһранова