Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАСТИЗОЛДӘР

Просмотров: 1046

ПЛАСТИЗОЛДӘР, паста барлыҡҡа килтергән полимерҙарҙың органик шыйыҡсаларҙағы концентрациялы дисперсияһы, унда йылытҡанда улар бүртә. Бүлмә т‑раһында ағыусанлығын һаҡлау һәләтенә бәйле техник (1—2 аҙ‑ нанан артмай) һәм тауар (6 айға тиклем) П. айырыла. П. составына башлыса эмульсион поливинилхлорид, винилхлорид сополимерҙары, ш. уҡ беренсел, икенсел пластификаторҙарҙың ҡатышмалары (масса б‑са 40— 150%), термостабилизаторҙар, тултырғыстар (аҡбур, каолин, аэросил, бентонит, титан оксиды), пигменттар, буяғыстар, антипирендар, антистатиктар, ҡайһы берҙә шыйыҡлағыстар (спирт, парафин, терпен углеводородтары һ.б.), ҡуйыртҡыстар һ.б. инә. П. үҙенсәлектәре полимер бөртөктәренең морфол., өлөшсәләрҙең гранулометрик составына, төрлө өҫтәмәләргә (олигоэфиракрилат, пероксид инициаторлы диаллил эфир, ҡатырғыслы эпоксид ыҫмалалары, полиэтиленполиамид һ.б. металға, быялаға һ.б. адгезияны арттыра; кальций йәки магний оксидтары изделиеларҙағы дымды, уларҙың көпшәкле булыуын кәметә) бәйле. Бүлмә т‑раһында вакуум‑ҡушылдырғыста эшләп алалар, артабан П. 2—24 сәғәт эсендә өлгөрә. Изделиеларҙы форма биреп (ротациялы, манып алыу, ҡойоу, өрҙөрөү, ш. иҫ. юғары көсөргәнешле даими электр тогында, бөркөү, шпредингылау, экструзия), 120—200°C иретеп эшкәртәләр. П. эшләнгән әйберҙәрҙең үҙенсәлектәре пластикат үҙенсәлектәренә оҡшаған. Яһалма күн, линолеум етештереүҙә, автомобиль кузовтарының төбөн һаҡлау, иретеп йәбештерелгән йөйҙәрҙе герметизациялау, сымдарҙы, һығылмалы профилдәрҙе, бирсәткә, эсе ҡыуыш әйберҙәрҙе (һауыт,уйынсыҡ) изоляциялау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда П. төп ҡулланыусылар — “Авангард”, “Искож” пр‑тиелары, Өфө эластомерматериалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы. Өфөлә “Россика” ЯСЙ — шыршы шарҙары, “Төньяҡ еле” — П. м‑н ҡапланған тегеп ҡуйыла торған эмблемалар, “Кров‑Лэнд” ЯСЙ ҡорос һыу ағыҙғыс системалар етештерә.

М.И.Абдуллин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: