Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАСТИКАТ

Просмотров: 1182

ПЛАСТИКАТ, поливинилхлорид нигеҙендәге термопласт. Пластификатор (полимер ауырлығынан 30—120%), термостабилизаторҙар, майҙар, ҡайһы берҙә ут стабилизаторҙары, антиоксиданттар, пигменттар, синтетик буяуҙар, тултырғыстар, антипиренарҙы үҙ эсенә ала. Химик тәбиғәтенә һәм компоненттар булыуына ҡарап атмосфераға, дымға, бензинға, майға, утҡа, һалҡынға (—65°С тиклем) сыҙамлы. Компоненттарҙы ҡатыштырып артабан пластикациялау юлы м‑н валецтарҙа йәки экструдерҙа алына. Гранула, ишелгән бау, таҫма, табаҡ, плёнка формаһында етештерелә. Пластификаторҙар — түбән молекуляр һәм (йәки) олигомер матдәләр, полимерҙарҙың физик‑химик үҙенсәлектәрен үҙгәртә, полимерҙарға һығылмалылыҡ, һуҙылмалылыҡ биреүҙә файҙаланыла (мәҫ., поливинилхлорид пластификторҙары — фталь, фосфор, себацин, адипин к‑талары эфирҙары); материалдың быялаланыу, эшкәртеү т‑раһын, ватылыусанлығын түбәнәйтә, сағыштырмаса һуҙылыусанлығын арттыра, бер үк ваҡытта ныҡлығын, химик сыҙамлылығын, диэлектрик күрһәткестәрен кәметә. П. изделиеларға баҫым аҫтында ҡойоу, экструзия, шымартыу юлы м‑н эшкәртелә, унан булған деталдәрҙе йәбештереп, юғары йышлыҡ тогы м‑н иретеп йәбештерелә. Тышсалар, үткәргес һәм кабелдәр өсөн изоляция, шлангтар, торбалар, втул‑ калар, мембраналар, линолеум, йөҙләү плиталары, плёнка материалдары, яһалма күн, профиль әйберҙәре етештереү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда П. етештереү “Каустик” ААЙ‑нда, “Авангард” ФДУП‑ында ойошторолған. П. изоляциялау (И 40‑13, И 40‑13А маркалары), үткәргестәр, кабелдәрҙең һаҡлағыс тышсаһы (О‑40), ҡойолған аяҡ кейеме (ПЛ‑2/1), баҫым аҫтында аяҡ кейемдәренең табандарын ҡойоу (ПЛП), инструмент һаптары һ.б. өсөн етештерелә. Пластификаторҙарҙы “Газпром нефтехим Салават” ААЙ (диалкилфталат), “Авангард” ФДУП‑ы (диоктилфталаттар), стабилизаторҙарҙы — Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы (Агидол‑2, Агидол‑15) етештерә.

М.И.Абдуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: