Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ

Просмотров: 1094

ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Laspeyresiini), япраҡтөргөстәр ғаиләһенә ҡараған күбәләк трибаһы. 700‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө бар: борсаҡ күбәләге, алмағас күбәләге, люцерна орлоғашары һ.б. Ҡанатының ҡоласы 8—24 мм, ҡараһыу һоро, көрән, көлһыу төҫтә; алғы ҡанаты, ғәҙәттә, аҡһыл таплы, ялтыр һыҙыҡлы, артҡылары асығыраҡ төҫтә. Йомортҡалары (диаметры 1 мм тиклем) ялпаҡ, оҙонса йәки йомро, тәүҙә йәшкелт аҡ, һуңынан аҡ төҫтә, үҫемлектәрҙең япрағына, емешенә, йәш үҫентеләрҙең ҡайырыһына һала. Ҡарышлауығы бәләкәй, цилиндр рәүешендә, ваҡ көрән энәләре һәм төк шәлкемдәре бар, ҡыҙғылт алһыу, аҡ төҫтә, ҡорһағы һәм ян-яғы йәшкелт аҡ, алһыу йәки һарғылт аҡ, башы ҡараһыу төҫтә; үләндәрҙең емешендә, орлоғонда, һабағында һәм тамырында, ағас ҡайырыһы аҫтында үҫә. Аяғы үҫешкән, тырнаҡлы. Тупраҡта, емештәрҙә, ағас ҡайырылары ярығында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы көрән йәки алтынһыу төҫмөрлө асыҡ көрән; ҡорһағында йомро осло 6—8 ырғаҡ һымаҡ төк бар. Башҡортостан шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөһөндә йәки тупраҡ өҫтөндә ҡышлай. Е.к. тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙең сәскә бөрөһө, сәскәһе, емеше менән туҡлана, имаголары туҡланмай. Республиканың бөтә территорияһында таралған, күп төрҙәре — ауыл хужалығы һәм урман культуралары, бигерәк тә емеш культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022