Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 940

СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР (Podicipediformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе, яҡынса 20 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө бар. Уртаса ҙурлыҡтағы күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 28—50 см, ауырлығы 200—1500 г), ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы. Төҫө көрәнһыу һоро (аҡбаш сыпҡай), тут‑ерән төҫмөрлө көрәнһыу ҡара (өлкән сыпҡай, йәки урҙан), ҡорһағы аҡ төҫтә. Яҙын аҡбаш сыпҡайҙың башы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, өлкән сыпҡайҙыҡы яңаҡ артында ҡуңыр ерән ҡулса менән (икеһенең дә бәләкәй генә өлпөһө бар), ҡыҙылмуйын сыпҡайҙың башында тут‑ерән ҡолаҡ яны ҡауырһындары һәм соңҡаһында өлпөһө бар, ҡарамуйын сыпҡайҙыҡы ян‑яҡтарынан алтынһыу көрән ҡауырһынлы. Муйыны оҙон. Суҡышы осло. Ҡанаттары ҡыҫҡа, тар. Ҡойроғо үҫешеп етмәгән. Аяҡтары 4 бармаҡлы, ҡыҫҡа, бармаҡтары араһында йөҙөү ярыһы бар. Моногам. Парлап, колониялар менән ҡамыш, күрән, екән һ.б. үҫемлектәр үҫкән һыу ятҡылыҡтарында оя ҡора; яҡшы йөҙәләр һәм сумалар, ер өҫтөндә насар йөрөйҙәр. 3—6 аҡ төҫтәге, һуңынан йәшкелт һары, оҙонса овал формалағы йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 20—25, ҡайһы берҙә 29 көнгә тиклем (өлкән сыпҡай) баҫа. Һыуҙағы умыртҡаһыҙҙар, ҡайһы бер С.һ. ваҡ балыҡтар менән туҡлана. Күлдә, быуала, иҫке үҙәндәрҙә һ.б. йәшәй. Башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.03.2023
Связанные статьи: