Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛОЖЕНЦЕВ Пётр Артемьевич

Просмотров: 1025

ПОЛОЖЕНЦЕВ Пётр Артемьевич (16.10.1900, Һамар губернаһы Ҡарабай а. — 30.8.1982, Воронеж ҡ.), зоолог. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1944). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945). Ленинград урман институтын тамамлағандан һуң (1926) 1934 й. тиклем Бор тәжрибә урмансылығында (Калуга өлкәһе), Һамар урман сәнәғәте һәм педагогия институттарында эшләй, 1935—49 йй. БАХИ‑ның зоология, 1952—82 йй. — Воронеж урман хужалығы институтының энтомология кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге энтомогельминтологияға арналған. П. тарафынан бөжәк гельминттарының яңы төрҙәре тасуирланған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын өйрәнгән.

  Хеҙм.: Вредные и полезные животные полезащитных лесных полос. М., 1953 (авторҙ); Животный мир Башкирии. Уфа, 1977 (авторҙ.).

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022