Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1493

ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, ауыл төҙөлөшө, сәнәғәттөҙөлөшө, торлаҡгражданлыҡ төҙөлөшө һәм төҙөлөштөң башҡа төрҙәре өсөн төҙөлөш материалдары етештереү тармаҡтарын үҙ эсенә алған сәнәғәт тармағы. БР‑ҙа йыйылма тимер‑бетон һәм бетон конструкциялар һәм изделиела рсәнәғәте, стена материалдары сәнәғәте, йомшаҡ түбә һәм гидроизоляция материалдары сәнәғәте, йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар (ҡара: Йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиелар), тәбиғи таштан йөҙләү материалдары етештереү (ҡара: Йөҙләү таштары) сәнәғәттәренән һ.б.; полимер сеймалдан төҙөлөш материалдары һәм изделиелары етештереү производствоһынан һ.б. тора. Башҡортостанда революцияға (1917) тиклем эзбиз, гипс һәм кирбес заводтары эшләй. Т.м.с. 20 б. башында Өфө төҙөлөш материалдары комбинаты асылғандан алып үҫешә. 1931 й. БАССР ХКС‑ы эргәһендә “Башстройматериалы” берекмәһе (ҡара: “Башстром”) ойошторола. 1938 й. керамик канализация торбалары (ҡара: Башҡортостан керамика заводы), 40‑сы йй. тимер‑бетон конструкциялар һәм изделиелар (ҡара: Өфө тимер‑бетон заводы 1), 1954 й. портландцемент, 1956 й. түбә ябыу шиферы (ҡара: “Сода”), 1961 й. минераль мамыҡ (ҡара: Мәләүез төҙөлөш материалдары заводы), 1964 й. канализация өсөн полиэтилен үткәргес торбалар (Өфө санитар‑техник әҙерләмәләр з‑ды), 1969 й. йөҙләү плиткаһы (ҡара: Октябрьский керамик плитка һәм фарфор изделиелар заводы), 1986 й. цемент- юнысҡы плиталары (ҡара: Стәрлетамаҡ цемент‑юнысҡы плиталары заводы), 90‑сы йй. башында санитар-техник изделиелар (Туймазы санфаянс изделиелар з‑ды) һәм линолеум етештерелә башлай. 2004 й. тармаҡта 439 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Башсантехмонтаж”, “Башсельстройматериалы”, “Интерстройсервис”, “Кровля”, Мәләүез тимер‑бетон ҡоролмалар заводы, “Стройкерамика”, Стәрлетамаҡ тимер‑бетон заводы 1 була. Тармаҡ өлөшөнә төҙөлөш материалдары етештереү күләменең 1,3%‑ы, производство структураһында йыйылма тимер‑бетон, бетон конструкциялар һәм изделиелар сәнәғәтенең 44,6%‑ы тура килә (2004). 2008 й. РФ‑та респ. йомшаҡ түбә һәм гидроизоляция материалдар етештереү б‑са 3‑сө (бөтә Рәсәй производство күләменең 12,9%‑ы етештерелә), төҙөлөш кирбесе етештереү б‑са — 6‑сы (3,5%), тимер‑бетон, бетон конструкциялар һәм изделиелар етештереү б‑са 9‑сы (2,8%) урынды биләй. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ.

Х.Ғ.Байморатова, И.В.Лаврешина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда төп төҙөлөш материал төрҙәрен етештереү

 

1990

1995

2000

2005

2008

Цемент, мең т

913

924

745

894

1096

Стена материалдары, млн дана шартлы кирбес

838

613

544

549

516

Йыйылған тимер-бетон конструкциялар һәм изделиелар, мең м3

2071

1023

601

656

799

Асбестцементлы плиталар (шифер), млн шартлы плита

148

55

88

96

77

Мәғдәнһеҙ төҙөлөш материалдар, млн м3

20,3

8,9

6,7

5,8

6,4

Йомшаҡ түбә һәм изоляция материалдары, млн м2

119

50

50

85

90

Глазурланган керамик плиткалар,

      эске стеналарҙы йөҙләү өсөн, мең м2

870

286

96

742

99

Иҙән өсөн керамик плиталар, мең м2

375

148

313

560

109

Ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары, мең т

7,5

44,8

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019